Бөтә яңылыҡтар

1 апрелдән «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары» конкурсы старт алды

Башҡортостан Респуб-ликаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Башҡортостан Респуб-ликаһының хеҙмәт династиялары» республика конкурсының һайлап алыу этабы башланыуы хаҡында иғлан итә. Конкурс ғаиләләрҙә хеҙмәт традицияларын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән. Конкурс шарттары БР Хөкүмәтенең 2023 йылдың 7 мартындағы 91-се һанлы бойороғо менән раҫланған.

1 апрелдән «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт  династиялары» конкурсы старт алды
1 апрелдән «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары» конкурсы старт алды

- Былтыр тәүгә үткәрелгән конкурс республиканың хеҙмәт династияларына ни тиклем бай булыуын күрһәтте, - тип билдәләне Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

- Ул ваҡытта тотош Башҡортостандан 120-нән ашыу ғаилә быуындан-быуынға тапшырыла килгән һөнәргә булған һөйөү хаҡында һөйләне. Улар мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә генә эшләгән кешеләр түгел (был өлкәләрҙә күсәгилешлелек көслө). Конкурста сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, мәҙәниәт, спорт, ауыл хужалығы, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе вә-килдәре лә ҡатнашты. Быйыл республика халҡынан тағы ла әүҙемерәк булыуҙарын көтәбеҙ. Был йәш быуын өсөн бик яҡшы өлгө, сөнки тап ғаиләлә хеҙмәткә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләнә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Иванова.

«Башҡортостан Респуб-ликаһының хеҙмәт династиялары» конкурсы өс номинация буйынса ике этапта уҙғарыла:

«Һөҙөмтәле эшләгән өсөн» - еңеү иң күп наградаларға эйә булған династияға бирелә;

«Быуындар күсәгилешлеге өсөн» - иң күп һанлы династия еңеп сыға;

«Оло династия» - иң оҙайлы хеҙмәт стажы булған династия һайлана.

Беренсе этап (һайлап алыу) 1 апрелдән 1 июнгә тиклем түбәндәге йүнәлештәр буйынса республиканың башҡарма власть органдары тарафынан үткәрелә:

«Агросәнәғәт комплексы», «Һаулыҡ һаҡлау», «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ», «Киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт һәм полиграфия», «Финанс эшмәкәрлеге», «Мәҙәниәт», «Урман хужалығы», «Һунар һәм балыҡсылыҡ», «Мәғариф», «Социаль хеҙмәтләндереү», «Сәнәғәт һәм энергетика», «Төҙөлөш», «Сауҙа», «Элемтә, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары» , «Транспорт», «Физик культура һәм спорт», «Янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хәүефһеҙлек».

Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәселәр 2023 йылдың 1 июненә тиклем тармаҡ министрлыҡтарына һәм ведомстволарына ғариза һәм түбәндәге документтар пакеты (хеҙмәт династияһы ағзаларының хеҙмәт стажы күрһәтелгән исемлеге; хеҙмәт династияһының һуңғы эш урыны буйынса раҫланған хеҙмәт династияһы вәкиленең хеҙмәт кенәгәләре күсермәләре; династияға нигеҙ һалыусы менән туғанлыҡты раҫлаған документтар күсермәләре; ғаилә ағзаларының эшмәкәрлектәрен раҫлаған документтар; наградалар һәм башҡа документтар күсермәләре; ғаилә йолалары тураһында хикәйә; хеҙмәт династияһы ағзаларының ғаилә архивынан фотолар, видеоматериалдар; хеҙмәт династияһы ағзаларының шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡтары) тапшырырға тейеш.

10 авгусҡа тиклем дауам итәсәк икенсе этапта Башҡортостан Респуб-ликаһының башҡарма власть органдары тәҡдим иткән һайлап алыу этабы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнәсәк.

Уҙған йылдар конкурстарында еңеүсе һәм призер тип танылған хеҙмәт династиялары унда 3 йылдан һуң ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы. Конкурс шарттары буйынса һәр династия номинацияларҙың береһендә генә ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/528764/

Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәт династияларын ҡотлау Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара барышында үтәсәк.

Автор:Р. БАЙЫМОВ.
Читайте нас: