Бөтә яңылыҡтар

Ашы татлы, йөҙө яҡты

Ашнаҡсы Гөлнур Әхтәмованың Мәндәғол башланғыс мәктәбендә эшләүенә 20 йыл. 20 йыл дауамында әллә күпме уҡытыусы алмашынһа ла, һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләй, үҙ эшенә тоғро ҡалып, бөгөн дә уҡыусыларҙы ҡайнар аштары менән һыйлай.  

Ашы татлы, йөҙө яҡты
Ашы татлы, йөҙө яҡты

Һуңғы йылдарҙа балаларҙың туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә башланы: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы ризыҡтың сифатына контроль булдырылды. Мәндәғол мәктәбенең бәләкәй һәм балалар һанының әҙ булыуына ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә бер үк булған талаптарҙан тайпылмай бешерергә тырышалар. Көн дә порцияларға һалынған әҙер ризыҡҡа фотоотчет  эшләйҙәр. 2018 йылдан, Иҫке Собханғол урта мәктәбенә  филиал булып ҡушылғандан һуң,  учреждение аш-һыуҙы база мәктәп биргән менюға ярашлы әҙерләй.

 

(Дауамы - был аҙнаның гәзитендә)

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: