Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан эш ялҡытмай

Эшенә ыңғыраша-ыңғыраша барып, көскә эш ваҡытын тултырғандар ҙа, үҙ эшенә мөкиббән бирелеп, уны эске бер яратыу, ҙур ихласлыҡ менән башҡарғандар ҙа бихисап.

Яратҡан эш ялҡытмай
Яратҡан эш ялҡытмай

Иҫке Собханғол ауылының үҙәген - Ленин урамын хеҙмәтләндереүсе уңған һәм тилбер почтальонка Гүзәл Дамир ҡыҙы Тренкина – һуңғылар иҫәбендә.

Утыҙ йыл район элемтә бүлегендә телефонистка булып эшләгән ханым бына ун йыл йүгереп йөрөп почта, пенсионерҙарға аҡса тарата.


“Эшем үҙемә шул хәтлем оҡшай – кеше менән эшләргә, аралашырға яратам мин. Киләһе ярты йыллыҡҡа районыбыҙҙың йылъяҙмаһы булған “Таң”ға һәм республика баҫмаларына минән аша яҙылыусылар бихисап. Кеше, барыбер, ваҡытлы матбуғатты алдыра, уҡый, ярата. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре ғүмер буйы алдырған баҫмаларына тоғролоҡ һаҡлай. Яҡташыбыҙ, “Башҡортостан” гәзите журналисы Тәнзилә Дәүләтбирҙина миңә, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы һәйбәт ойошторған өсөн, бүләк тә биреп китте әле.


Эшем эш булһын, халыҡ минән риза булһын, тип тырышып ятҡан көнөм”, -ти Гүзәл, үҙ эшенә баһа биреп.


Эйе, тырышлыҡ, сослоҡ, кеше менән уртаҡ тел таба белеү, матур мөғәмәлә итеү кеүек сифаттарға эйә булмай тороп, почтальонка булып булмайҙыр. Өс бала әсәһе, биш балаға өләсәй, уңған хужабикә Гүзәл Тренкина ана шул күркәм холҡо, эшкә ҡарашы менән арбай ҙа инде.


Һау ғына булһын араларҙы яҡынайтыусы, күңелдәрҙе йылы һүҙе менән имләп, сумкаһындағы гәзит-журнал, хаттар һәм пенсия менән ҡыуаныс та ташыусы уңған почтальонка!

 

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: