Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Руслан Рафиҡ улы Динисламов менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Көн һайын инженер-техник эштәр бүлегенән бер хеҙмәткәр дежур итә. Һауа торошона ҡарап, әгәр ихтыяж тыуһа, иртәнге сәғәт 5-кә эшселәрҙе саҡыртып ала. Йәмғеһе 447 саҡрым юлды хеҙмәтләндерәбеҙ. Ҡар күп яуһа, 4 грейдер, Т-150 тракторы, тағылма көрәкле КамАЗ-дар, Ғәлиәкбәр юлына К-700 тракторы эшкә сыға. К-700 шулай уҡ юлдарҙы киңәйтеү өсөн ҡулланыла. Юлдағы боҙлауыҡтарҙы бөтөрөү, уларҙы булдырмау өсөн ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибелә. Уға берләштерелгән юл техникалары – 3 КамАЗ бүленгән. Юлға шлак кеүек ҡалдыҡтар һибелмәй. Йылына 350 тонна тоҙ һатып алабыҙ һәм уны 0,10 фракциялы ваҡ ташҡа болғатып, 6500 тонна ҡатнашма алабыҙ. Был ҡатнашманы юл хужалығы идаралығының лабораторияһында тикшертеп, составы ҡулланыуға тура килә тигән рөхсәт алғандан һуң ғына юлдарға һибәбеҙ.
- Ауыл-ара юлдарҙы ғына таҙартағыҙмы? Ауылдарҙың урамдары кем ҡарамағында?
-Беҙгә муниципаль-ара һәм төбәк юлдар ҡарай. Ауылға тиклемге юлдар беҙҙең ҡарамаҡта. Ә урамдарҙы ауыл хакимиәттәре менән килешеү нигеҙендә таҙартабыҙ. Быйылғы йылға Иҫке Монасип ауылының Кепес юлына килешеү төҙөлдө. Үрге Нөгөшкә юлды таҙартыу өсөн ДТ тракторы менән Ғәлиәкбәрҙән бер хеҙмәткәребеҙ сыға.
Бер ауылды ла юлһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ, ваҡытында таҙартырға тырышабыҙ.
-Район үҙәгендә ҡар сығарыу эштәре нисек бара?
-Иҫке Собханғолдоң Ленин урамын хеҙмәтләндерәбеҙ. Әле хакимиәт, полиция, мәҙәниәт йорто, элемтә бүлеге, мәктәп тирәһенән көнөнә 644 кубометр күләмендә ҡар сығарҙыҡ. Әлеге мәлдә килешеү нигеҙендә «Иҙел» магазинынан алып дәүләт аптекаһына тиклем таҙалау башланды. Был эштәрҙе халыҡ эш урындарынан ҡайтып, автомобилдәр ҡамасауламаған ваҡыттарҙа башҡарабыҙ.
-Ҡыш көнө тағы ниндәй эштәр атҡараһығыҙ?
-Туҡталҡаларҙы, юл билдәләрен, күперҙәрҙе туң ҡарҙан, боҙҙан, юл ситтәрен ҡыуаҡтарҙан таҙалау, юлдағы колеяларҙы бөтөрөү – беҙҙең көндәлек эшебеҙ. Тиҙҙән юл аша һалынған һыу торбаларын таҙалай башлаясаҡбыҙ.
Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, иртә таңдан алып ҡараңғы төшкәс тә эш менән булыу-сы юл эшсәндәренә имен юлдар теләйек.