Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәтенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй

Районыбыҙҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүсе электр селтәрҙәре (РЭС) коллективы энергетиктар көнөн уңышлы ҡаршылай.

Хеҙмәтенә яуаплы ҡараған  белгестәр эшләй
Хеҙмәтенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй

Һатыбалов Рәфис Сәит улы (һүрәттә) электр селтәрҙәре ойошмаһында үҙ эшен яуаплы башҡарған мастерҙарҙың береһе.

Электр селтәрҙәре ойошмаһына ул 1994 йылда электромонтер булып эшкә килә. Аҙаҡ диспетчер, электр энергияһын иҫәпләү төркөмө мастеры, электромонтер булып эшләй. 2019 йылдан ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыу участкаһы мастеры вазифаһын башҡара. Инициативалы булыуы, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған.

Тырыш хеҙмәте өсөн Белорет электр селтәрҙәренең, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ғаиләһендә лә 3 балаға өлгөлө, хәстәрлекле атай булған Рәфис Сәит улы эшен бик яратып башҡара. Бергә эшләгән егеттәргә рәхмәт, уларһыҙ эш алға бармаҫ ине, ти ул. Уның ҡул аҫтындағы 4 электромонтер линия төҙөү, трансформаторҙар ҡуйыу, ҡулланыусыларҙы электр энергияһына тоташтырыу эштәрен башҡаралар.


Ғөмүмән, районыбыҙҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүсе электр селтәрҙәре (РЭС) коллективы энергетиктар көнөн уңышлы ҡаршылай. РЭС начальнигы Динар Әминев та коллективтың эше менән бик ҡәнәғәт.


- Беҙҙең 36 кешенән торған район электр селтәрҙәре коллективы тырыш һәм татыу. Намыҫлы хеҙмәте менән ихтирам яулаған эшселәр күп.

Техникаларҙы һәр ваҡыт төҙөк һәм әҙер тотҡан механизация төркөмө, һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә ашығыусы мастерлыҡ участкалары монтерҙары, электр энергияһын ҡулланыусылар иҫәбен алып барыусылар – бөтәһенең дә хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 21 декабрь һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: