Бөтә яңылыҡтар
Хеҙмәт коллективтарында
7 Сентябрь 2018, 13:34

Аҡса иҫәп ярата

Финанс идаралығының бурыстары - район биләмәһендә берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтен бойомға ашырыу, райондың бюджетын төҙөү һәм уны башҡарыуҙы ойоштороу, бюджет саралары менән операцияларға финанс контролен һәм бюджет иҫәбен, отчетлыҡты алып барыуға методик етәкселекте бойомға ашырыу, һалымдарҙың потенциалын арттырыу.

1925 йылда уҡ Бөрйән олоҫоноң мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрен финанслауҙан нигеҙ алған финанс бүлеге 1930 йылдан, Бөрйән районы барлыҡҡа килгәндән алып, эшләп килә. Район Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары менән ҡушылыу сәбәпле генә, 1962 йылдың декабрендә ликвидация кисереп, 1965 йылдың ноябрендә ҡайтанан булдырыла. 1997 йылда финанс бүлеге финанс идаралығы тип үҙгәртелә.



Район хакимиәтенең финанс идаралығында бөгөн 13 кеше: идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Хәсәнова, урынбаҫары Ирина Салауатова, бухгалтерия иҫәбе һәм контроль бүлегендә - баш бухгалтер Ришат Сәитбатталов, урынбаҫары Зәлиә Яҡшыбаева, әйҙәүсе белгес-ревизор Әлфиә Уразаева, әйҙәүсе белгес Эльвира Сәитбатталова, бюджетты башҡарыу секторында - мөдир Оксана Йыһангирова, әйҙәүсе белгес Зөлфиә Сәғитова, килемдәрҙе күҙаллау һәм контроль секторында - мөдир Илдар Тереғолов, баш белгес-инженер Айсыуаҡ Ваһапов һәм 3 техник хеҙмәткәр - машинистка Рәмилә Ишкинина, йыйыштырыусы Гөлнара Дауытова, водитель Рафиҡ Байназаров эшләй.


Финанс идаралығының бурыстары - район биләмәһендә берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтен бойомға ашырыу, райондың бюджетын төҙөү һәм уны башҡарыуҙы ойоштороу, бюджет саралары менән операцияларға финанс контролен һәм бюджет иҫәбен, отчетлыҡты алып барыуға методик етәкселекте бойомға ашырыу, һалымдарҙың потенциалын арттырыу.


- Беҙҙең идаралыҡ 44 учреждениеға (11 ҡаҙна, 24 бюджет учреждениеһы, 9 автономиялы учреждение) һәм 12 ауыл хакимиәтенә асылған 89 шәхси иҫәптә үткәрелгән операцияларҙың иҫәбен алып бара. Эшебеҙҙә төп маҡсат – район бюджетының килемдәрен һәм сығымдарын эффектлы тәғәйенләү, бюджет сараларын маҡсатлы ҡулланыуҙы контролдә тотоу. Килемдәргә һалымдарҙан һәм һалымдарҙан булмаған килемдәр, республика кимәленән, федераль кимәлдән бүленгән маҡсатлы аҡсалар инһә, сығым төрҙәре бик күп: дәүләт идаралығы, беренсел хәрби иҫәп, юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, социаль сәйәсәт, төрлө программалар һ.б.


Коллективыбыҙ бик татыу. Бында күберәк йәштәр йыйылған (иң оҙаҡ эшләгәне – Рәмилә Ишкинина) һәм күптәре спорт менән мауыға. Ҡатын-ҡыҙҙар хакимиәттең командаһы составында волейбол ярыштарында ҡатнаша, һыу полоһы буйынса район ярышында ҡатын-ҡыҙҙар командаһы - 3-сө урын, муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында ойошторолған спартакиадала төрлө спорт төрҙәрендә призлы урындар алды. Хеҙмәткәрҙәребеҙ өмәләрҙә, районда үткән төрлө сараларҙа һәм уларҙы ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша, ойошма-учреждениеларҙың вокаль коллективтары араһында ойошторолған фестивалдә хакимиәт коллективы составында сығыш яһап, еңеүгә тос өлөш тә индерҙеләр.


Райондың бар финанс хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, яуаплы эштәрендә уңыштар, профессиональ үҫеш, стабиллек һәм етеш тормош теләйем, - ти идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Хәсәнова.


Миләүшә Ҡасимова.
Читайте нас: