Бөтә яңылыҡтар

Ярҙам итергә әҙербеҙ

Беҙҙең бүлек 2015 йылдың июленән эшләп килә. тәүҙә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тип аталһа, быйылғы йылдан «Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге тип үҙгәртелде.

Беҙҙең бүлек 2015 йылдың июленән эшләп килә. тәүҙә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тип аталһа, быйылғы йылдан «Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге тип үҙгәртелде. Бүлектең төп маҡсаты: ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу һәм ғаилә институты үҫешенә булышлыҡ итеү. Дүрт хеҙмәткәр: бүлек етәксеһе – Ю. Бәхтийәрова, социаль эштәр буйынса белгестәр: Ғ. Әмирханова, Н. Баязитова һәм психолог И. Баязитова эшләй.
Ауыр хәлгә тарыған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү, 4-18 йәшлек балаларға Белорет ҡалаһында урынлашҡан реабилитация үҙәгенә юллама биреү, төрлө психологик тренингтар, консультациялар үткәреү менән шөғөлләнә беҙҙең бүлек белгестәре. Граждандарҙың өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙың ҡарттар һәм инвалидтар йортона, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең психоневрологик интернат, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарға урынлаштырыу буйынса мохтажлығын да билдәләйбеҙ.
Шулай уҡ бүлектә «Әйберҙәр банкы» эшләп килә. Айырым кешеләр, төрлө ойошмалар ярҙамында кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба менән даими тулыландырылған банктан ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж булған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргән ғаиләләргә йыл дауамында әйберләтә ярҙам күрһәтелә.
Психолог айырым бүлмәлә ҡабул итә һәм психологик тестар, ата-әсәләр, балалар, уҡыусылар өсөн анкеталар, тормош низағтары, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте, уҡыусы һәм уҡытыусы, ата һәм бала проблемалары, инвалид бала тәрбиәләүҙә булған ҡыйынлыҡтар, cығарылыш уҡыусыларының имтихандарға бәйле тулҡынланыуҙарҙы нисек еңеү тураһында һөйләшеүҙәр һәм консультациялар, психологик төҙәтеү программалары, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу, тормош мәғәнәһен табыу һ.б тренингтар һәм профилактик программалар үткәрә. Үткәрелгән төрлө диагностикаларға таянып психологик һығымта яһала, инвалид балаларға ВТЭК үтеү өсөн кәрәкле психологик характеристика өсөн дә беҙгә мөрәжәғәт итәләр.
Тағы ла төрлө хәйриә акциялары (янғындан зыян күреүселәргә, ауыр хәлдә йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына мәктәпкә йыйынырға, уҡыу-кәрәк яраҡтары алып биреү, ауырыуға дусар булғандарға дауаланыуға аҡсалата ярҙам йыйыу һ.б.) ойошторола.
Ҡыҫҡаһы, ауыр хәлдә ҡалған һәр кем бында кәңәш һәм ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
И. БАЯЗИТОВА.
Һүрәттә: (һулдан уңға) Ғәлиә Әмирханова, Инзирә һәм нурзилә Баязитовалар, Юлиә Бәхтийәрова.
Читайте нас: