Бөтә яңылыҡтар

"Ғаилә үҙәге" уңышлы эшләй

«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге районыбыҙҙа 2015 йылдың июль айынан эшләп килә, тәүҙә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тип аталһа, быйылғы йылдан «Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге тип үҙгәртелде.

«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге районыбыҙҙа 2015 йылдың июль айынан эшләп килә, тәүҙә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тип аталһа, быйылғы йылдан «Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге тип үҙгәртелде. Бүлектең төп маҡсаты: ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғаилә мөнәсәбәттәрен (татыулыҡты һәм берҙәмлекте) нығытыу һәм ғаилә институты үҫешенә булышлыҡ итеү. Бүлегебеҙҙә ни бары дүрт хеҙмәткәр: бүлек етәксеһе – Бәхтийәрова Ю.Ә., ике социаль эштәр буйынса белгес: Әмирханова Ғ.И., Баязитова Н.И. һәм психолог – Баязитова И.И. эшләй.

Ауыр хәлгә тарыған, аҙ тьәмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү, Белорет ҡалаһында урынлашҡан Реабилитация үҙәгенә 4-18 йәшлек балаларға юллама биреү, төрлө психологик тренингтар, консультациялар үткәреү менән шөғөлләнә беҙҙең бүлек белгестәре. Граждандарҙың: өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы ҡарттар һәм инвалидтар йортона урынлаштырыу, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе психоневрологик интернат, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттарға урынлаштырыу буйынса мохтажлығын билдәләй.

Шулай уҡ, бүлегебеҙҙә «Әйберҙәр банкы» бик уңышлы эшләп килә. Айырым кешеләр, төрлө ойошмалар ярҙамында кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, һауыт-һаба менән даими тулыландырылған банктан ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж булған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән ғаиләләргә йыл дауамында әйберләтә ярҙам күрһәтелә.

Психологтың да айырым бүлмәлә ҡабул итеүе бик уңайлы. Психологик тесттар, ата-әсәләр, балалар, уҡыусылар өсөн анкеталар, тормош низағтары, ир һәм ҡатын мөнәсәбәте, уҡыусы һәм уҡытыусы, ата һәм бала проблемалары, инвалид бала тәрбиәләүҙә булған ҡыйынлыҡтар, cығарылыш уҡыусыларының имтихандарға бәйле тулҡынланыуҙарҙы нисек еңеү тураһында һөйләшеүҙәр һәм консультациялар, психологик төҙәтеү программалары, төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу, тормош мәғәнәһен табыу һ.б тренингтар һәм профилактик программалар үткәрә бүлек психологы. Үткәрелгән төрлө диагностикаларға таянып психологик һығымта, инвалид балаларға ВТЭК үтеү өсөн кәрәкле психологик характеристика өсөн дә беҙгә мөрәжәғәт итәләр.

Тағы ла бүлегебеҙ ярҙамында төрлө хәйриә акциялары (янғындан зыян күреүселәргә, ауыр хәлдә йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балаларына мәктәпкә йыйынырға, уҡыу-кәрәк яраҡтары алып биреү, ауырыуға дусар булғандарға дауаланыуға аҡсалата ярҙам йыйыу һ.б.) ойошторолоп килә.



«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге

Читайте нас: