Бөтә яңылыҡтар

Һөнәри байрамығыҙ менән, янғын һүндереүселәр!

Хөрмәтле янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!Һеҙҙе янғын һағы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Р.Шәрипов, Бөрйән районы муниципальрайон Хакимиәте башлығы

Хөрмәтле янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе янғын һағы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Янғын һүндереү хеҙмәте – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Уның иңенә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бәлә-ҡаза була ҡалһа – кешенең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу буйынса яуаплы бурыстар һалынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары профессионализм, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороу Һеҙгә генә хас сифаттар. Артабан да ышанып йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарап, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам.

Байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!



Р.Шәрипов, Бөрйән районы муниципаль
район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: