Тыуған яғыма ҡайтып әйләнгән һайын мин үҙемде бәхетле кеше итеп тоям. Сөнки Бөрйәнемдә генә башҡортлоҡтоң ысынбарлығын тойорға, илаһи моңон ишетергә һәм барлыҡ матурлығын күрергә мөмкин. Ә башҡалар үҙҙәрен, минең ҡарамаҡҡа, ошондай мөғжизәле төбәктең төп ҡиммәттәре икәнлектәрен дә белмәй йәшәйҙәр кеүек…
Был ер бит, уйлап ҡараһаң, ҙур илебеҙгә күпме лайыҡлы улдар үҫтереп, батыр ил уҙамандары биргән ер. Уларҙың ҡиммәттәр системаһы ла бурыс һәм намыҫтан ғына торғандай. Был – кеше аңламаҫ абстракт һүҙҙәр йәки ҡоро лозунг ҡына түгел, ә бойомға ашырып йәшәр ғәмәлдәр булһа кәрәк.
Ошо төшөнсәләрҙең барыһын да, айырыуса, Ҡурғашлы ауылында урынлашҡан Бөрйән районы ветерандары асҡан сик буйы һаҡсылары музейында тояһың. Бында һәр экспонат - тере хәтер, витринаға һалынған һәр яҙма үҙ хужаларының бармаҡ эҙҙәрен хәтерләтә, күңел йылыһын һаҡлай. Шәхси әйберҙәр хеҙмәт итеп ҡайтыусы пограничниктарҙың хеҙмәте, донъяға ҡараштары, уларҙың рухи донъяһы тураһында һөйләп ята икән, улар хаҡында онотмай халыҡ тип уйларға мөмкин...
Бер туған ағайым, Афған һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалист, Ильяс Фәрит улы Мөхәмәтйәновтың үҙ ҡулдары менән яҙылған лирик шиғырҙары һәм йырҙары һеңгән блокноттары, хаттары һаҡлана бында. Рәссам булмаһа ла. блокноттарында үҙе төшөргән бихисап матур-матур һүрәттәре лә бөгөн төшөрөлгәндәй һаҡлана. Ә инде ваҡыт табып хаттарын, байрам менән ҡотлаған открыткаларын уҡып сыҡһаң, күҙгә йәштәр төйөлөп китә... Эскерһеҙ, саф йөрәктән яҙылған ағайымдың хаттарында романтика, тыуған йортона, туғандарына, армияға оҙатып ҡалған Рәмзиә еңгәмә булған һөйөүө ярылып ята.
Хеҙмәттәрен тултырып ҡайтыусы сик буйы һаҡсылары инициативаһы һәм аҡсаһына булдырылһа ла был музей бик бай йөкмәткеле, заманса биҙәлештә килеп сыҡҡан. Ошо уңайҙан инициатив төркөмгә оло рәхмәт һүҙе еткергем килә. Бер ыңғайҙа Альбина Уразаеваға ла рәхмәт, ваҡыт табып музей тарихы менән таныштырғаны өсөн. Музей булдырыуға күпме көс һалынғаны әллә ҡайҙан күренеп тора, афарин пограничниктар!
Мин шуға ышанам, тәүҙә ҡырыҫ тәбиғәтле Мурманск өлкәһендә погран заставала хеҙмәт юлын башлап, аҙаҡ Ҡыҙыл байраҡлы урта Азия погран округының 48-се Пяндж отрядына күсерелеп, хеҙмәтен Афғанстан ерендә тултырып ҡайтыусы Ильяс ағайымдың блокноты, грамота-наградалары, армия кейемдәре, өсмөйөш хаттары,фотолары бында һаҡсыл һәм ышаныслы һаҡланасаҡ.
Беҙ - апай-һеңлеләре, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙары, әсәләре, уларҙың балалары өсөн Ватанды яратҡан һәм уның сиктәрен һаҡлаған кешеләргә хыянат итмәү һәм уларҙы онотмауыбыҙ мөһим тип иҫәпләйем.
Был тәңгәлдә музей ишеге килгән һәр кем өсөн асыҡ булыуын теләр инем.
Баш особоҙ аяҙ, йылы ҡояшлы һәм таңдарыбыҙ тыныс атып, ил-йортобоҙға тыныслыҡ килһен!
Әлфиә АҘНАБАЕВА, филология фәндәре кандидаты, БДАУ, Ильяс Мөхәмәтйәновтың Өфө ҡалаһында йәшәүсе бер туған һеңлеһе.
Сығанаҡ: https://vk.com/public213218114