Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь , 07:30

Һуғыш бер өйгә лә ҡағылмай ҡалманы

Ҡиммәтле хаҡ – миллиондарса кешенең ғүмере менән яуланған Бөйөк Еңеүгә 79 йыл үтһә лә, һуғыш ҡалдырған хәтирәләр һаман да халыҡ күңелендә йәшәй. Был һуғыш бик күп ҡорбандар менән тамамланды, ул бер өйгә лә ҡағылмай ҡалманы. Килдеғол ауылынан 42 ир-егет, 43-сө булып ҡырҙан килеп, уҡытыусы булып эшләгән Ғәббәсов Нәғим Шаһимырҙан улы һуғышҡа китә.

Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә ҡағылмай ҡалманы

Хеҙмәт армияһына 6 ир-егет алына. Бик күп йәштәр ФЗО-ға китә. Килдеғол ауылынан Башҡорт кавалерия дивизияһында Килдеғолов Ғарифулла Шәрәфулла улы, Көмөшбаев Мөжәүер Әйүп улы (Кусимов полкында), Йәғәфәров Ғәлләметдин, уның ағаһы Ғылмитдин, Миндеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы һәм Килдеғолов Усман Фәтхислам улы һуғышалар.
Минең һүҙем Килдеғолов Усман Фәтхислам улы тураһында. Килдеғолов Шәрәфулла Ниғмәтулла улының ике ҡустыһы (Харис, Фәтхислам) була. Шәрәфулла олатайҙың ҡустылары икеһе лә йәшләй үлеп китәләр. Элек етем балаларҙы ла, ололарҙы ла ҡарарға балалар, ҡарттар йорто булмаған ваҡытта Шәрәфулла олатай ҡустыларының балаларын, үҙенең 4 ҡыҙы, 3 улы менән бергә көтөп үҫтерә. Һуғышҡа ла үҙенең 3 улын, 2 кейәүен, үҙе көткән ҡустыһы Фәтхисламдың улы Усманды оҙата.
Усман 1908 йылда тыуған. Бик шаян, көслө, эшкә әрһеҙ кеше була. Һуғыш башланғанда Һәүәнәк ташында бесәндә булалар. Ул ваҡытта бөтә эш ат көсө, ҡул көсө менән башҡарыла. Вәлиева Хәшиә Шөғәйеп ҡыҙы үҙенең хәтерләүҙәренән сығып, Усман Фәтхислам улы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне. Хәшиә апай, Исҡужин Фәтих, Билалов Мазһар ағайҙар малайҙар менән күбә тарттыралар. Усман ағай кәбән һала. Күбә кәбән эргәһенә килеп етер-етмәҫтән, күбәне бөткәнсе сәнсеп, кәбән башына һелтәй ҙә, йылмайып ҡарап торор ине, тип һөйләй Хәшиә апай.
Һуғыш башланғас, Усман һуғышҡа китә. Ике ҡыҙы, ҡатыны ҡала. Ҡатыны өсөнсө бәпәйенә йөклө булып ҡала.
Усман Фәтхислам улы 1941 йылдың 30 октябрендә Башҡорт кавалерия дивизияһына, Молотов исемендәге колхоздың айғырын менеп, 5 ат менән алына. Һуғышта сағында хат яҙыуы ҡыйын була, сөнки ул ғәрәпсә генә яҙа, шуға хатты кешенән яҙҙыра. Яраланып, Новосибирскиҙағы госпиталгә эләгә. Арыуланғас, урындағы заводҡа эшкә ебәрәләр. Шунда хәленән килгәнсе тырышып эшләй. Һуғышҡа киткәс, улы Ғәле донъяға килә. Ғәле Килдеғолов артелдә эшләне. Ул әрме сафтарына һуңлабыраҡ бара. Сөнки әсәһен - Хөмәйрә инәйҙе көткән өсөн әрмегә ебәрмәй торалар. Атаһы Усманға оҡшап, шаян, сос була. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та эшен артелдә дауам итә.
Ҡараташ тигән ерҙә артель аттарына бесән әҙерләйбеҙ. Ауылға аҙыҡҡа көн дә берәү кискеһен ҡайтып килә. Сират Ғәлегә етә. Кис ҡайта, иртә менән килә. Һуғыш ветераны Яхин Ахунйән Шәмсетдин улын “бажа” тип йөрөтә. Уға өйөнән толоп, быйма, бүрек, бейәләй, йылы кейемдәр алып килә. Ул үләнгә урана тип. Шунан Мансурова (Хәйбуллина) Менәүрәгә матур кейемдәрен алып килә. Уйынға барабыҙ, тип әсәләренән һорап ала. Ул тирәлә уйынға йөрөрлөк бер йәйләү ҙә булмай. Шаяртып алып килә был нәмәләрҙе. Йәйгеһен толоп, быйма, бейәләй кәрәкме һуң инде.Үҙе кешегә ярҙамсыл, иғтибарлы булды.
Ҡатыны Төлкөбаева Хәмиҙә ауылда фельдшер булып эшләне. Әлеге көндә ҡыҙы менән Сибайҙа йәшәй. Икенсе ҡыҙы Өфөлә төпләнгән.
Беҙҙең ауыл 1946 йылда колхоздан промартелгә әйләнә. Яңы система менән эшләргә белемле кешеләр кәрәк булғас, Уразаев Уйылдан Сәйетғәле улы эшкә килә, уны юллама менән Новосибирскиға уҡырға ебәрәләр. Уға ҡатыны Рәхимә Усман Фәтхислам улының адресын бирә.
Уйылдан ағайҙың яҙғандарын үҙгәртмәй бирәм: “Минең адрес: дер. Ново-Мусятово, Бурзянский район, Уразаев Вилдан Сәйетғәле улы. Мин 1953 йыл Росспромсоветтың Ленинград филиалы Новосибирск ҡалаһында кәсепте күтәреү маҡсатында (гл. бухгалтер) өс ай уҡып ҡайттым. Һарағы ауылынан Килдеғоловтар ғаиләһенән хат биреп ебәргәйнеләр, Ғәле ҡустының да фотолары бар ине. Тапшырып, Усман ағайҙы ҡыуандырып, мин уларҙа фатирға урынлашып, йәшәп алдым. Улар картуф ҡаҙып маташалар ине. Эшкә заводҡа йөрөмәй, бюллетендә ине. Һуңынан дауаханаға ятып, операцияларынан төҙәлә алмай, донъя ҡуйҙы. Ерләнек. Ҡатыны татар ине. Ике апалары шул уҡ ҡалала йәшәнеләр. Мин уны ул яҡтарҙан алып ҡайтырға һөйләшкән инек. Булманы, үлеп ҡалды. Ярҙамлашыр инем. Новосибирскиҙә Обская вокзалдан үткәс барактарҙа ине урамдары. 15.06.2002.”
Ауылда Усман апаның ғаиләһенән Көмөшбаева Мәрйәм апай йәшәне, ә ҡатыны Рәхимә инәй, ҡыҙы Мәрхәбә апай һәм атай йөҙөн күрмәгән улы Ғәле лә баҡыйлыҡҡа күстеләр.
Бер ғаиләлә 4 ул тәрбиәләнеп, һуғышҡа китеп, береһе лә әйләнеп ҡайтманы. Уларҙың балалары Килдеғолов Шәрәфулла олатайҙың ҡурсаулығында, ҡарамағында йөрөп үҫәләр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре матур итеп йәшәп, төрлө урындарҙа эшләп йөрөйҙәр. Киләсәк тормошобоҙ тыныс булһын!
Ғәлимә
Шәрәфуллина.

Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә  ҡағылмай ҡалманы
Һуғыш бер өйгә лә ҡағылмай ҡалманы
Автор:
Читайте нас: