9 Май – илебеҙҙә иң бөйөк, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
9 май уҡыусылар менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйбуллин Мансур Әбделғәни улының йәшәгән төп йортонда булдыҡ. Китапханасы ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың йән аямай көрәшеүе һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр тырышлығы менән, ҙур юғалтыуҙар кисереп Оло Еңеү яуланыуы тураһында һөйләне. Беҙгә тыныс тормош, яҡты киләсәк, аяҙ күк, бәхетле баласаҡ бүләк итеүсе ветерандар араһында Мансур бабайҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Олатайҙың тормошо, хеҙмәт юлы тураһында өлкән улы Дамир Мансур улы балаларға оло ғорурлыҡ менән һөйләне. Мансур Әбделғәни улының иҫән сағында һуғыш тураһында һөйләгән видеояҙмаһын уҡыусылар ихлас тыңланылар. Артабан олатайҙың кесе улы, уның үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәре, боронғо патефоны, орден -миҙалдары һәм фотоальбомдағы фотолары менән таныштырып сыҡты. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап та алдылар уҡыусылар. Мансур бабай оҫта ҡуллы, бик итәғәтле, ихтирамлы, бик динле кеше ине. Балаларҙа айырыуса уның бик боронғо атаһынан ҡалған, фанера тышлы Ҡөръән китабы ҡыҙыҡһыныу уятты. Патриотик тәрбиәүи дәрес барыһына ла оҡшаны.
Ил именлеге, бәхетле тормош өсөн йәндәрен аямай көрәшеүсе батырҙарыбыҙ беҙҙең күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Күгебеҙ аяҙ, яҙҙарыбыҙ ҡояшлы, тормошобоҙ тыныс булһын!Тыныс тормош, Бөйөк Еңеү яулағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле ветерандар!