Хәтер
7 Май 2024, 03:35

Батыр иҫтәлегенә ҙур сара

18 майҙа Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында “Ҡаһарманлыҡ” ордены, генерал Шайморатов ордены кавалеры, I дәрәжәле яугир-спортсы, кесе сержант Шәмиғолов Инсаф Таһир улы иҫтәлегенә хәрби-спорт комплексы буйынса район фестивале уҙасаҡ.

Батыр иҫтәлегенә ҙур сараБатыр иҫтәлегенә ҙур сара
Батыр иҫтәлегенә ҙур сара

Сарала 100 метрға, 1000 метрға йүгереү, турникта күтәрелеү кеүек ярыш төрҙәре ҡаралған.

Йәш категорияһы:
  14-15 йәш;
  16-17 йәш;
  18-25 йәш;
  26-35 йәш;
  36 йәштән өлкәндәр.

Программала:
09:00 – 09:45 – ҡатнашыусыларҙы теркәү;
10:00-10:20 – сафҡа теҙелеү, сараны асыу;
10:30 – ярышты башлау;
14:30-14:45 – йомғаҡлау, бүләкләү;
15:00 – сараны ябыу.

Хөрмәтле райондаштар! Һеҙҙе сарала ҡатнашырға саҡырабыҙ! Үҙебеҙҙең һалдатыбыҙҙың изге рухын, яҡты иҫтәлеген яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән бергәләп иҫкә алайыҡ!

Автор:
Читайте нас