(Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе әсәйем Хөснә Исламбаеваның үҙенең Әсәһе Бибисара инәй хаҡындағы хәтирәләре)
1935 йылдың йәйе. Аяҙ күктән ялҡау август ҡояшы артыҡ ҡыҙҙырмай ғына, һаран йылмая, еләҫ ел аттарҙың ялын тарай.
Йәш кенә һылыу ҡыҙ тыңлаусан атҡа һыбай атланып, Шүлгәндән Ғәлиәкбәр ауылына китеп бара. Ә алдараҡ - икенсе һыбайлы, 23 йәшлек Ниғмәт тигән егет.
Ул ошо Бибисара исемле ҡыҙҙың буласаҡ тормош иптәше. Ат тояҡтары тауышын, һандуғастарҙың һайрауын, япраҡтарҙың шыбырлашыуын өнһөҙ генә тыңлап килә йәштәр.
«Тәҡдиремә яҙған инде ошо ҡыҙ, - тип уйлап бара егет, - Бигерәк бала ғына һымаҡ күренә. Үҙе сибәр».
Бер туған апаһы Камиланың ире Хәйбулла еҙнәһе күндерҙе уны Шүлгәнгә барырға.
-Ҡәйнеш, ул ауылда беҙҙең күҙебеҙ ҡыҙған бер ҡыҙыҡай бар. Әминә исемле. Барайыҡ та алайыҡ, - тип өгөтләне.
Тик Шүлгәндә уларға көтөлмәгән яңылыҡ хәбәр иттеләр - Әминә кейәүгә сығып киткән икән.
- Буш ҡайтмайбыҙ инде, - тип ныҡышты еҙнәһе.
Кемдер Бибисараны тәҡдим итте…
Улар килгәндә, ҡыҙыҡай Шәмсиниса апайҙарында эш эшләшеп йөрөй ине. «Ҡоҙа килде», - тип килеп алдылар. Шунан ҡыҙҙың яҙмышы тиҙ генә хәл ителде лә ҡуйҙы.
Бибисара уйҙарында балалыҡ менән хушлашты.
Атаһы Нөғәмән урманға эшкә сығып киткән еренән ҡайтманы, үлтереп киткәндәр... Өс бала менән тол ҡалған Шәмсиҡәмәр туғыҙ йыл буйы хәрби хеҙмәттә булған Йәнәс ҡәйнешенә кейәүгә сыҡты. Бибисара күбеһенсә өләсәһендә йәшәне, ә ағалары Абдулла менән Заһит үгәй атай эргәһендә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Абдулла ҡустыһы ауырып үлеп ҡалды. Ә Заһит бирешмәне.
Икенсе атайҙан Сабирйән ҡустыһы тыуҙы.
Йәнәс икенсе ҡатынлыҡҡа Хәйбә тигән апайҙы алды. Уның Зәкирә исемле ҡыҙы бар. Хәйбә апай менән Йәнәстең уртаҡ ике балаһы тыуҙы: Ғәлимйән менән Зөһрә. Ғәлимйән Сабирйәндән саҡ ҡына бәләкәс, шуға улар гел бергә уйнай. Зөһрәгә ҡырҡ көн тигәндә атаһы вафат булып ҡуйҙы.
Ниңәлер йәне һөймәне Йәнәсте Бибисараның. Үгәй булғаны өсөн генәме икән? Әллә ҡырҙа оҙаҡ йөрөп, урыҫлашып ҡайтҡанғамы икән? Атаһының сынаяғын уға бирмәй, алдынан алып ҡуя торғайны.
«Ғәлиәкбәр ниндәйерәк ауыл икән? Ә Ниғмәт ниндәй кеше? Ҡәйнәләрем менән аралар нисек булыр? Эй, яҙмыш... Ярай, бирешмәҫмен әле! Төшөп ҡалғандарҙан түгел мин!» - тип үҙен йыуатырға маташты Бибисара.
Әсәйемдең кейәүгә сыҡҡан көнөн, үҙе һөйләгәндәргә ҡушып, шулайыраҡ итеп күҙ алдына килтерҙем…
Татыу ҙур ғаиләгә килен булып төшә әсәйем. Ҡайны-ҡәйнәһе уны егәрле, тәртипле булғаны өсөн ярата. 1936 йылда Әсмә исемле ҡыҙы, ә 1939 йылда Сәғит тигән улы тыуа. «Ҡыҙыл байраҡ» промартеленә эшкә инә.
1941 йылдың йәйендә, промартель эшселәре һалабаш төшөрөп йөрөгәндә, ике һыбайлы сабып килә. «Гитлер һуғыш башлаған!» - тигән ҡот осҡос хәбәр алып килә улар...
Һуғыш башланғас, ир-аттар хеҙмәткә алына башлай. 1942 йылдың декабрында артелдә ветеринар булып эшләгән атайым да, үҙе аҫраған иң һәйбәт айғырын менеп, һуғышҡа китә. Ул, атын юрттырып, ауылды уратып, тағы әйләнеп килгәс, артелдең башҡа аттары кешнәп, «һаубуллашып» тороп ҡалған, тиҙәр.
Ауылдан киткән һалдаттар алты ай буйы Демовкала (Демала) аттарын өйрәтеп ятҡандар. Туғандары, ҡатындары һалдаттар янына күстәнәстәрен тоҡ менән йөкләп, йәйәүләп барғандар. Апайым менән ағайым бәләкәс, мин ҡорһаҡта булғас, әсәйем ире янына бара алмаған.
Күнекмәләр бөткәс, атайым генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се һанлы Башҡорт атлы дивизияһы сафтарында һуғыша.
Миңә исемде атайым ҡушҡан. «Ҡыҙ бала булһа, Хөснә тип ҡушығыҙ. Малай булһа, Сабит булыр», - тип яҙған ул.
Әсәйем хаттарҙы Разия апайымдан яҙҙыра, уҡыта. Үҙе балаларын ҡәйнәләренә ҡалдырып, эшкә йөрөй. Шәмсиҡәмәр өләсәйем дә, әсәйем янына килеп, мине ике-өс ай ҡарашҡан. Әсәйем фермала һыйыр һауа, хатта һалабаш һалыу, ағас ҡырҡыу эшенә лә сыға.
Һуғыш ваҡытында ферма Үмәр ыҙмаһында булған. Һауылған һөттө йыйып, май баҫҡандар. Аҙаҡтан иретеп, хөкүмәткә тапшырғандар.
Май баҫҡанды ферма мөдирҙәре ҡарап йөрөгән. Бәлхиә инәй ҙур табаҡта май баҫып бөтөүгә, мөдир Мөхәммәт бабай килеп ингән.
Ҡурҡыпмы, ярамһаҡланыпмы, Бәлхиә инәй:
- Ҡулымды ялайыңмы, Мөхәммәт? - тип һораған.
Тура һүҙле, тапҡыр әсәйем:
- Һинең ҡулыңды Мөхәммәт яламаҫ инде, үҙең яла! – тигән, аптырап.
Үҙе шул турала көлөп һөйләй торғайны...
*
Гел сағыу, деталле төштәр күрә ине ул. Бер төшөмдә өй мейесенең кирбесе ҡупты ла төштө, ти. Кире урынына йәтешләп индереп, һылап ҡуйҙым, ти.
Төштөң иҫкәртеүе шул булған - 1943 йылдың июль айында атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килгән.
Хәбәрһеҙ юғалыу - һәләк булыу менән бер түгел, күңелдә өмөт осҡоно һүнмәгән.
Бер аҙ ваҡыттан атайымдың үҙенән хат алалар. «Мин госпиталдә ятам, уң аяғым яраланды. Атым һәләк булды», - тип яҙа.
Артель председателе Ғәбитов Әхмәҙулла ағайға, аяғы шәбәйгәс, танкка ултырыуы, Польша яғына юл тотоуҙары тураһында хәбәр иткән, ғаиләһенә ярҙам итеп тороуын үтенгән.
Һуғыштан ҡайта алманы атайым.
Заһит ағаһы менән Сабирйән ҡустыһы ла һуғышҡа алынған. Сабирйән ағайым туғыҙ йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайтты. Шәмсиҡәмәр өләсәй булмағас, Шүлгәнгә түгел, әсәйем янына ҡайтҡан. Утын-бесән эшләште, хужалыҡта ярҙам итеште.
Ә Заһит бабай һуғыш яланында ятып ҡалған. Уның әйткән васыятын әсәйемә икенсе кеше килтереп еткергән.
Заһит бабайым һуғышта Биккинин Ғилман бабай менән бергә булған. «Ғәлиәкбәрҙә минең Бибисара һылыуым йәшәй. Ҡайта алмаһам, ҡиәмәтлек һеңлең итеп ал. Хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеп тор!» - тип әйтеп ҡалдырған. Ғилман бабайҙар менән ҡатнашып йәшәнек, ҡунаҡҡа йөрөштөк. Бабай беҙгә хужалыҡта ярҙамлашты, ә әсәйем аяҡтары һыҙлап интеккәнлектән, уға кәзә мамығынан силғау бәйләп бирҙе. Шифаһы булғандыр инде. «Бибисара мине шәбәйтте!» - тип бик шатланды Ғилман бабай.
Нисектер ваҡыт табып, ҡул эше эшләһә лә, әсәйем гел ауыр эштә булды. Фермала эшләһенме, ҡап һуҡһынмы, ағас ҡырҡыуҙа ҡатнашһынмы... Өс-дүрт йыл рәттән сплавҡа ла (ҡыуғынға) йөрөнө. Ҡоролоҡ йылдарында, йылға һайыҡҡанлыҡтан, ҡыуғын оҙаҡҡа һуҙыла, апрелдән башлап июнгә тиклем булырға мөмкин. Өҫтәге булыр-булмаҫ кейем, аяҡтағы сабата эштән сыға. Эшселәр Әүжәндән орлоҡ йөкмәп алып ҡайтып, июнь айында саҡ картуф ултырта.
Ҡыуғында саҡта Ҡәҙер төнө асыла. "И, Хоҙайым, аслыҡ үҙәккә үтә. Ризыҡ бир беҙгә!" - тип ялбара әсәйем. Иртәгәһенә ҙур балыҡ һалға үҙе ырғый...
Иң ауыр эштәрҙең береһе тураһында һөйләп китмәксемен.
Налогҡа ит йыялар ине. Әсәйем кәртәнән тананы, Хәкимә инәй үгеҙен етәкләп алып сыҡты. «Һыйырыбыҙҙы айыу ашаны, бер малһыҙ ҡалабыҙ инде»,- тип зарланды Хәкимә инәй.
- Әйҙә, һеҙҙең үгеҙ ике ғаиләнең һалымына китһен, ә тананы һин алып ҡайт, - тине әсәйем. Шулай килештеләр. Хәкимә инәйҙең ике улы ла хәбәрһеҙ юғалды, тик ул йылдарҙа быға иғтибар итеп, льгота биреүсе булманы.
Әсәйемә, тағы ла Әхтәм ағай менән Нурғәле ағайға йыйылған малдарҙы (араһында һарыҡтар ҙа бар!) Темәс юлына, «Второй завод» тигән ергә ҡыуып алып барырға ҡуштылар.
Малдар юлдан ыңғай ғына бармай, ҡырға сыға ла китә. Ҡыуа башлаһаң, сабып ситкә ҡаса. Юлдың тирә яғы - урманлы тау. Әсәйемдең ниҙәр кисергәнлеген күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Һигеҙ көндән, беҙҙең илап, күҙҙәребеҙ шешенеп бөткәс, өйкәлеп, тишелеп бөткән аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып килде ул.
Олоғая башлағас ҡына еңелерәк эшкә күсте, техничка булып эшләй башланы. Ә буш ваҡыттарында ауылдаштарына сепрәк балаҫтар һуҡты.
Ҡорама түшәктә аҡ һәм ҡара йөндө яҫы ғына буйлы итеп аралаштырып һуғылған туҡыма күреп ҡалып: «Быны ҡайҙан алдың?» - тип һорай ҡуйҙым. «Шундай кейемем бар ине. Йөндән балаҫ һуҡтым да, кәстүм тегеп кейҙем. Шуға ла сплавҡа йөрөгәндә бирешмәнем мин», - тип яуап бирҙе зауыҡлы әсәйем.
Һуңғы һулышына тиклем минең менән бергә йәшәне ул. Тормошомдоң һәр боролошонда дөрөҫ йүнәлеш биреп тороусы ла, йыуатыусы ла, әйҙәүсе лә ул. Шуға ла яҙмаларымдың һәр битендә тиерлек әсәйем.
Егәрле, алтын ҡуллы, йомарт, изге йөрәкле әсәйем балаларына, ейәндәренә өлгө булырлыҡ шәхес.
Әсәһе Хөснә Исламбаева һөйләгәндәрҙе ҡыҙы Рәйлә Нурмөхәмәтова яҙып алған.
(Мәҡәлә һәм фото Рәйлә Нурмөхәмәтованың шәхси сәхифәһенән алынды).