Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Сентябрь 2023, 11:20

Бәлки, көҙҙән ҡалған картуф табылыр...

...Тәҙрәнән ҡарап тора- торғас, бер бәләкәй генә картуф күреп ҡалдым. Ҡыуанысымдан ашҡынып- талпынып: «Әсәй, ана картуф!»- тип ҡысҡырып ебәрҙем. Шул мәл арлы-бирле нығытылып ҡуйылған тәҙрә ысҡынып китте. Тәҙрә менән бергә ергә ҡолап төштөм. Быялаға ҡулдарым ҡырҡылды.

Бәлки, көҙҙән ҡалған картуф табылыр...
Бәлки, көҙҙән ҡалған картуф табылыр...

...Шәрифулла ағайым һуғыштан мәрйә алып ҡайтҡас, беҙгә икенсе өйгә күсеп сығырға кәрәк булды. (Быға тиклем олатайымдарҙа йәшәй инек)

Суҡмуйылда, түбән яҡ туғайҙа, бурабыҙ ҙа бар ине. Оҙаҡ ултырҙы ул хужаһын көтөп. Атайым һуғыштан ҡайтманы. Ваҡыт үтеү менән, урманға барып, утын әҙерләргә ат булмағас, кешеләр бураны утын итеп яғып бөттөләр.

Әсәйем, һыйырын биреп, ауыл уртаһында бер өй алды.
Әлеге өйҙөң тәҙрәләре шул көйө генә, косякһыҙ ғына ҡатып ҡуйылғайны. Миңә ни, бәләкәс булғас, косяк бармы, юҡмы – барыбер ине. Бер күңелһеҙ хәл булғанға тиклем...

Яҙ. Һыуыҡ булһа ла, аяҙ сыуаҡ көн. Ер ҡарҙан әрселгән, парланып яйлап йылына башлаған.
Әсәйем баҡсаға сыҡты ла: «Бәлки көҙҙән ҡалған картуф табылыр?» - тип, ер ҡаҙырға тотондо. Мин, тәҙрә тупһаһына уҡ баҫып, картуф эҙләргә ярҙам итмәксе булдым.
Сереп, крахмалланып бөткәндәре лә, ашарлыҡтары ла килеп сыҡҡылай.
Тәҙрәнән ҡарап тора- торғас, бер бәләкәй генә картуф күреп ҡалдым. Ҡыуанысымдан ашҡынып- талпынып: «Әсәй, ана картуф!»- тип ҡысҡырып ебәрҙем. Шул мәл арлы-бирле нығытылып ҡуйылған тәҙрә ысҡынып китте. Тәҙрә менән бергә ергә ҡолап төштөм. Быялаға ҡулдарым ҡырҡылды.

Әсәйем, быяла валсыҡтарын алып ташлап, ҡулдарымды тиҙ генә йыуып, башындағы яулығы менән урап ҡуйҙы. Үҙе миңә ҡушылып илай.
Мине йәлләпме, тормоштоң ауырлығынанмы… Бер аҙ тынысланғас, «Һау булып, картуф үҫтерһәк, баҡсала ҡайһы бер төптәрен ҡалдырып -ҡалдырып китер инек, ибет?»- тип йылмайҙы ул, минең
күҙҙәремдән субырлап аҡҡан йәштәрҙе һөртөп.

Йәй булып, рәтләп йәшәй башлағас, Сукмуйылда, сиҙәмде әйләндереп ҡаҙып, ер асып, картуф сәстек. Эҫе көндәрҙә, картуф утағандан һуң, һыу инеп рәхәтләндек. Көҙөн картуфты көлгә күмеп бешереп ашап кинәндек. Аҙаҡ кемдең күпме көсө етә - көйәнтәләп йәки бәләкәй арба менән һөйрәп ташып алдыҡ.

Ә шулай ҙа яҙғы табылдыҡ картуф әллә ниндәй татлы ризыҡтарҙан тәмлерәк, затлы әйберҙән дә ҡиммәтлерәк булып иҫтә ҡалған.

Хөснә Исламбаева, мәғариф ветераны.

(Хөснә апай Исламбаеваның ҡыҙы Рәйлә Нурмөхәмәтованың сәхифәһенән).

Фотола: Хөснә апай ҡыҙы Рәйлә менән.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: