Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Сентябрь 2023, 11:35

Киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул...

...Шул төндө Азаматовичтың төшөнә ҡәйнәм ингән. Күҙ йәштәренә быуылып: “Тағы аҡса бир әле, улым, әллә кемдәр минән аҡса таптыра”, – тип илай тей был... “Килә лә таптыралар, килә лә таптыралар”, тигән...

Киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул...
Киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул...

Атайымдың мәрхүм булыуына 35 йыл да булып киткән... Хәйер, миңә лә тиҙҙән 35 тула инде...

Ул көндө, август аҙағында мин Бөрйәндә Волга буйы Йәштәр форумында командировкала инем. Әсәй тупһаһына бөтә бер туғандар, ейән-ейәнсәрҙәр йыйылды. Тик... Ул көндө лә райондың ҙур сараһында булып килдем дә, ауыл мәсетенә барып хәйер бирергә ваҡыт тапмамыш булдым...Йыл һайын үҙемдең ғаиләмдең йолаһына әйләнгән ғәмәлде ваҡытында башҡармағас күңелгә ауыр ҙа, оят та булып торҙо...

Әле бына бер аҙналай ваҡыт үткәс кенә үҙебеҙҙең эргәләге ҡаласыҡтың мәсетенә барып атайым рухына, һуңғы арала төшкә ингән ҡайны-ҡәйнәм рухына һәм башҡа әрүәхтар рухына хәйер биреп Ҡөрьән сыҡтырып килдек...

Хәйер тигәндәй, бер ҡарауға ҡыҙыҡ та, бер яҡтан сәйер ҙә хәлгә тарығайныҡ бит әле.
Бер шулай ҡәйнәмдең йыллығында мәсеткә килдек. Ул ваҡыт махсус хәрби операциянан йәш кенә туғандарыбыҙ, ҡоҙабыҙ мәрхүм булып ҡайтҡан ваҡыттар ине. Балалар мәсеткә инеү менән йүгерешеп уйнай башланы. Мин уларҙы ҡарап ҙур залда ҡалырға булдым һәм иремә тиҙ генә кемгә-кемгә хәйер бирергә кәрәклекте аңлаттым. Тик хәҙрәт уҡый башлағас былар кемдәргә хәйер бирергә онотҡандар. Ҡәйнәмә генә биреп ҡалған мәрхүмдәргә уҡымағандар. Ә ниәт иткән аҡсаны тулыһынса биргән үҙе...😐

Ҡайтҡас шул төндө Азаматовичтың төшөнә ҡәйнәм ингән. Күҙ йәштәренә быуылып: “Тағы аҡса бир әле, улым, әллә кемдәр минән аҡса таптыра”, – тип илай тей был... “Килә лә таптыралар, килә лә таптыралар”, тигән...

Шул төшөн аптырап миңә һөйләгәс тә, мәсеттә кемдәргә хәйер биреүен һораным. Ҡәйнәмә генә биргәнен асыҡлағас теге аҡса таптырыусылар ниәт итеп тә хәйерһеҙ ҡалған мәрхүмдәр икәнен аңланыҡ. Күп тә үтмәй кире барып һәр береһенә ататып хәйер бирҙек... Шунан һуң уларҙың һәр береһе матур булып төшөмә инделәр... Нисек кенә килешмәһәм дә, нисек кенә ауыр булһа ла, улар өсөн саҡ ҡына ҡулымдан килгәнде эшләп, хәйер биреп, доғалар ҡылдырып теге донъялағы хәлдәрен еңеләйтергә тырышып күңелем тынысланды...

Тағы, минең яратҡан өләсәйем һәм олатайым булды тыуған ауылымда. Улар беҙгә алыҫыраҡ туған, әммә бәләкәй саҡтан барыбыҙ ҙа уны өләсәй икән тип үҫтек. Ҙурайғас, әлбиттә, яҡын аралашырға тура килде. Минең буласаҡ ирем менән йөрөгән генә саҡта, белеп ҡалып шылтыратып фатихаларын да биргәйне ул өләсәй. Хатта ҡайһы бер саҡырылған бер туғандарым килмәгәндә, күрше ауылдан ҙур, ҡиммәтле бүләген күтәреп килеп ихлас ҡотлап туйыбыҙҙа ла булғайны ул... Ҡайтҡан саҡта, кире Өфөгә юлланғанда уларға һуғылып күстәнәсле лә була торғайныҡ гел, төнө буйы улар хыялланғанса һитә балы эсеп, ҡурай уйнап гөжләп байрам итеп ултырғаныбыҙ ҙа булды. Тик һуңғы арала хәлдәрен белмәй киткән инем... Өләсәй мәрхүмә булып ҡалды. Һуңыраҡ белдек, ҡайтып өлгөрмәҫебеҙҙе лә аңланыҡ, икенсенән, ул ваҡыт әсәйем Өфөгә килеп операция эшләтеп кенә ятҡан ине, ҡалырға тура килде. Эй, үкендем хәлдәрен белмәгәнгә, эй, ҡайғырҙым... Шунан, иремә, мәсеткә барып өләсәйгә хәйер бирәйек әле тип әйтеп ҡуйҙым. Шул ваҡыт өләсәй төшөмә инде лә, мин хәйер биреп өлгөрмәһәм дә, эй, ҡыуанғанын, риза булғанын белдереп мине арҡамдан тупылдатып һөйөп яратып-яратып алды. Үҙе селт аҡ ҡына йөн кофта кейгән ине, йөҙө лә яҡты ғына, һылыу ғына булып балҡып ултыра ине, кил, ҡыҙым, яратып ҡалайым үҙеңде тип, ҡыҫып ҡосаҡлап, ризалығын әйткәйне...

Эйе, киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул, хәйер-доғалар, ҡорбандар салдырып. Тик үкенескә, ҡайһы бер кешеләр мәсеттәренең ишектәре ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйҙәр... Ә улар бит, ата-әсә, туғандар, яҡындар көтәләр бит... Хәйер төшкәнен, аят уҡылғанын, Ҡөръән сығылғанын, ҡорбан салынғанын...

Ә мин, бигерәк тә, үҙемдең атайым алдында балалыҡ бурысымды үтәүемә ышанам... Уға хәйергә биргән аҡсаларым был донъяла миңә ҡарағанда, мәңгелек донъяла уға нығыраҡ кәрәк икәненә ихлас ышанам...

Таңсулпан Рәсүл (Байтимерова).

 

Киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул...
Киткәндәрҙең хәлен тереләр генә еңеләйтә ала шул...
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: