Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Сентябрь 2023, 10:05

Мәктәп музейында дәрәжәле ҡунаҡтар булып киткән

Музей – ул тәрбиә үҙәге. Әбделмәмбәттең 1994 йылда асылған тыуған яҡты өйрәнеү мәктәп музейына 2024 йылда егерме йыл буласаҡ. Мәктәп музейын булдырыу өсөн күп көс һалған Фәтҡуллина Миңзәлә Ғилман ҡыҙына мәктәп коллективы рәхмәтле, сөнки дәрестәр өсөн уҡыусыларға күргәҙмә материал бик күп тупланған.

Мәктәп музейында дәрәжәле ҡунаҡтар булып киткән
Мәктәп музейында дәрәжәле ҡунаҡтар булып киткән

"Заман менән бергә атлау өсөн, заман яңылыҡтарынан артта ҡалмаҫҡа", - тигән девиз аҫтында эшләй мәктәп. Быйылғы уҡыу йылында Рәсәй Президенты гранттары конкурсында ҡатнашып ,”Мәктәп музейы" проекты менән еңеп сыҡтыҡ.

Эш планына ярашлы, август айында эш сәфәре менән Мәжит Ғафуриҙең мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова,тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих бүлеге мөдире, БР Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илнур Илдус улы Бүләков, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми - етештереү үҙәге хеҙмәткәре Гөлсәсәк Вәис ҡыҙы Бүләкова мәктәп музейында булып киттеләр. Яңырасаҡ музейҙың эске төҙөлөшө, балалар өсөн фәһемле-ҡыҙыҡлы экспонаттарҙың нисегерәк итеп дөрөҫ урынлаштырыу һәм башҡа бик күп кәңәштәрен биреп, ҙур ярҙам күрһәттеләр.

Әйткәндәй, БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейы араһында хеҙмәттәшлек күптән инде Килешеү нигеҙендә нығытылған һәм ул уңышлы тормошҡа ашырыла.

(Әбделмәмбәт мәктәбе)

Мәктәп музейында дәрәжәле ҡунаҡтар булып киткән
Мәктәп музейында дәрәжәле ҡунаҡтар булып киткән
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: