Беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу экспертиза тарафынан хупланған. Дүрт бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин исемендәге парктағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.
Документта яҙылыуынса, Моратаза Рәхимовтың мемориаль комплексы Ленин исемендәге паркта урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекттарын, туғандар ҡәберен, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури ҡәберҙәрен, Александр Матросов һәйкәлен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
«М. Ғ. Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлашасаҡ. Уның артында монументаль ҡоролма, Башҡортостан картаһы һәм Рәхимов ҡабул иткән Конституцияның тәүге бите ҡуйыласаҡ, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәләсәк», — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-24/d-l-t-ekspertiza-y-mortaza-r-himov-a-yk-l-uyyu-proektyn-huplany-3402548