Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2023, 14:50

Һуғыш башланған көндә һабантуйҙа булғандар...

...Бөтәһе лә байрамса. Төштән һуң ҡапыл кешеләрҙең йөҙө икенсе төҫкә күсте. Көтөлмәгән хәбәр Йүрүҙән буйындағы халыҡты лаулап ҡайнаған диңгеҙгә әйләндерҙе. Байрамдың эҙе лә ҡалманы. Ығы-зығы. Һыҡрау. Күп ирҙәр туп-тура военкоматҡа китте.

Һуғыш башланған көндә һабантуйҙа булғандар...
Һуғыш башланған көндә һабантуйҙа булғандар...
Бынан ун бер йыл элек таңдан тороп, атай, әсәй һәм кескәй һеңлем менән колхоз айғырын егеп, һабантуйға, район үҙәге Салауатҡа киткән инек. Иҫ китмәле матур таң ине был. Мин күсер булып алда ултырам. Көрән айғыр йомшаҡ ҡына юрғалап, бышҡыра-бышҡыра алға елә. Илай торғас, мине әсәйемдәр беренсе ҡабат һабантуйға алып бара. Хыялға һыйҙыра алмаҫлыҡ һабантуй тантанаһы. Бәйгеләр. Көрәш. Төрлө уйындар. Халыҡ ни генә уйлап тапмаған. Бөтәһе лә байрамса. Төштән һуң ҡапыл кешеләрҙең йөҙө икенсе төҫкә күсте. Көтөлмәгән хәбәр Йүрүҙән буйындағы халыҡты лаулап ҡайнаған диңгеҙгә әйләндерҙе. Байрамдың эҙе лә ҡалманы. Ығы-зығы. Һыҡрау. Күп ирҙәр туп-тура военкоматҡа китте. Бөтә кешенең йөҙө шомло, ҡайғылы, нәфрәтле. Төштән һуң халыҡ үлек ерләп ҡайтҡан кеүек ауылдарға таралды. Юл ҡара йылғаға әйләнде. Шомлолоҡ бөтә тәбиғәткә лә күскән кеүек. Күк урманлы тауҙар киске эңергә төрөндө. Ҡояштың ҡыҙыл нурҙары ҡанға оҡшап бөтә ерҙе ҡыҙылға әйләндерә. Аттар кешнәшә. Бала-саға тауыштары. Ҡатын-ҡыҙҙар илауы. Ҡайғы диңгеҙе тәрән. Халыҡтың күплегенән, Йүрүҙән аша сыҡҡанда, кисеү быуылып торған һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр аттарын тәрән урынға төшөрөп, әллә ниндәй фажиғәләр булып бөттө. Атайым военкоматта ҡалды. Мин үҙем генә, ир кеше булып, әсәйем, һеңлемде ултыртып, көрән айғырҙы аҡрын ғына юрттырҙым.
Һәр нәмә бөгөнгөләй күҙ алдымда. Бына шулай, ауырлығы беҙ бәләкәйҙәрҙең елкәһенә лә төшкән дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Атайым беренсе көндәрҙә үк үҙе теләп һуғышҡа китте. Кире ҡайтманы. Был һабантуй атайым менән һуңғы ҡабат бергә булған ваҡиға булып ҡалды. Бер таңда атайымдың мине йоҡлап ятҡан еремдән күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫып үпкәне һәм йылмайып: «Йә, улым, колхоз һиңә ҡала. Әсәйеңде тыңла, иркәләреңә ағай була бел. Һин инде хәҙер ҙурһың. Тырышып уҡы. Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ», – тип әйткәне минең күҙ алдымдан мәңге китмәйәсәк. Атайымдың йылмайған йөҙөнән тәгәрәп төшкән эре күҙ йәше битте һаман да яндырып торған кеүек. Ул тамсы минең бала йөрәгемә ялҡын булып тамды. Ул ялҡын мәңге һүрелмәйәсәк. Атайҙың яҡты иҫтәлеге минең йәнемдә һәр саҡ янып торасаҡ. Аҙ һүҙле, көнө-төнө эштән бушамаған, халыҡтың мөхәббәте менән йәшәгән атаның тормошо миңә үрнәк булып тора.
Һуғыш инде артта. Өфө, мәктәп, детдом тормошо ла артта. Мәскәүҙәге яҡты көндәрҙең икенсе йылы ла йәшен кеүек ялтлап үтте.
Һынауҙар ваҡыты – минең өсөн тормош һынауы ла. Үтелгәндәрҙең үкенесле булыуын теләмәйем. Хәҙер һуңғы имтихан ҡалды.
Сәғәт 2-лә Вавилин, Али Кәримов менән урманда конспекттарҙы бергәләп уҡып яттыҡ. Кис – волейбол. Яҡшылар менән уйнаным. Насарҙар һәр береһе өйрәтергә тырыша, ләкин бер ни сыҡмай. Насарҙар араһында беренсе булғансы, яҡшылар араһында һуңғы булыу яҡшы.
Кис «Тартюф»ты уҡыным да Даһиға киттем. Иртәгә иртән ҡайтып китә. Оҙатырға кәрәк. Мин барып ингәндә, сыуаш Макар, украинец Пальчик һәм Даһи Есенинды уҡып ултыра ине. Даһиҙың шиғырҙарын тикшерҙек.
1952 йыл, 22 июнь.

Рами Гарипов / Рәми Ғарипов төркөмөндәге

#РәмиКөндәлектәренән алынды.

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: