Кисә яҡташыбыҙ, Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып-үҫкән башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995),Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Бөрйән районының почётлы гражданы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуған көнө булды.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, тыуған ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Университетта уҡыу йылдарында уҡ ғилми эшкә ылыҡҡан егет тиҙҙән аспирантураға саҡырыу ала. 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире[1]. 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
2016 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2]. Тыуған ауылы Нәбиҙә ерләнгән.
(Башҡорт Википедияһынан).