«Беҙ һәр ваҡыт ошо хаҡта һөйләйбеҙ — Башҡортостандың беренсе президентына бик рәхмәтлебеҙ. Ул республикабыҙҙы бик ауыр осорҙан алып сыҡты. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары үтә ҡатмарлы булды. Бөгөн Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәт төбәге, Рәсәйҙең таянысы булыуы уның эшмәкәрлегенә, республика менән идара итә белеүенә лә бәйле. Республикабыҙ – төрлө милләт һәм дин вәкилдәре татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәгән төбәк. Быларға башлыса ул нигеҙ һалды», — тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ экс-президенттың идара итеү сифаттарын, иҡтисад өлкәһендәге талантын билдәләне.
«Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов өсөн иҡтисадты үҫтереү яратҡан эш булды. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, ул етәкселек иткән ваҡытта һиҙелерлек үҫеш кисерҙек. Яңы предприятиелар, яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. Эш осоронда мин уның менән бергә күп ваҡыт үткәрҙем. Ул көслө, ҡәтғи, ниндәйҙер кимәлдә ҡаты етәксе ине. Ә инде ябай халыҡ – ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, йәштәр, инәйҙәр менән аралашҡанда һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булды. Шунда уҡ күптәр ҡурҡыбыраҡ торған етәксенән ябай кешегә әйләнә ине. Ул үҙ халҡын, Башҡортостанын яратты», — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.