Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Ғинуар 2023, 15:15

Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға Минтимер Шәймиев та килде

«Бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләп, ярыштыҡ, бәхәсләштек, ләкин һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡайһы берҙә ниндәйҙер көнләшеү менән ҡараныҡ, әммә шул уҡ ваҡытта күп милләтле халҡбыҙға хас булған хөрмәтте һаҡлап ҡалдыҡ. Беҙ —туғандаш халыҡтар...”, - тине Минтимер Шәймиев. Турылаҡ –с айтта.

Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға Минтимер Шәймиев та килде
Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға Минтимер Шәймиев та килде

Татарстан Республикаһының дәүләт кәңәшсеһе, Татарстан Республикаһының беренсе президенты Минтимер Шәймиев Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә арналған матәм митингында билдәләүенсә, ике туғандаш республика уртаҡ тарихҡа эйә һәм уларҙың яңы етәкселәре традицияларҙы дауам итер.

«Бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләп, ярыштыҡ, бәхәсләштек, ләкин һәр ваҡыт уртаҡ тел таптыҡ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡайһы берҙә ниндәйҙер көнләшеү менән ҡараныҡ, әммә шул уҡ ваҡытта күп милләтле халҡбыҙға хас булған хөрмәтте һаҡлап ҡалдыҡ. Беҙ —туғандаш халыҡтар, беҙ уртаҡ тел табып, уңыштарға өлгәшә алдыҡ, Рәсәй Федерацияһы үҫешенә индергән өлөшөбөҙ сәйәси яҡтан да, хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә лә мөһим. Мортаза Ғөбәйҙулла улы яҡшы эшләне һәм үҙенән һуң тәрән эҙ ҡалдырҙы. Хәҙер, уны иҫкә төшөрөп, беҙ артабан йәшәргә һәм эшләргә тейеш.

Республикаларыбыҙ етәкселәре бик татыу эшләй. Заманалар еңел түгел, ләкин беҙ һеҙҙең менән барыһын да еңеп сыға алырбыҙ, сөнки республикаларыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың роле һәр ваҡыт ҙур. Үҙ халҡыңды яратһаң, күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ һине онотмаҫбыҙ».

"Башинформ"дан.

 

Автор:
Читайте нас: