Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Июль 2022, 18:00

Тарих һөйләй…

Ни өсөн был картала Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан ауылдар юҡҡа сыҡҡан?

Тарих һөйләй…
Тарих һөйләй…

1816 йылғы рәүиз яҙмаларға күҙ йүгертеп, әйтергә була: 10-сы юртаға ҡараған Байназар ауылында теркәлгән барлығы 142 кеше – ысынбарлыҡ.
Тик шуныһы: ҡайһы бер исем-шәрифтәр эргәһенә н, м хәрефтәре һуғылған һәм дә һуңғы биттә иҫәпләүҙәрҙе наб-34, м-19, Б-84 тип тамамлауҙары уйландыра. Аңлауымса, йорт старшинаһы Алтынбай Ильясовтың ҡул аҫтындағы ауыл эсенә эргәләш йәшәгән Нәбиҙән 34 кеше һәм Монасиптан 19 кеше керетеп теркәлгән (йәшерелгән). М хәрефен, бәлки, Мишәрҙән, тип аңларға кәрәктер. 1791 йылда адъюнкт Федор Черным (х) әҙерләгән Өфө наместничествоһы генераль картаһы фрагментында күренеүенсә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Байназарово, түбәндәрәк уң яҡ ярынан ситтәрәк Мисетово, йәнә һул ярҙа Кулдавлетово ауылдары ла – ысынбарлыҡ.
Һүҙ ыңғайы әйтергә кәрәк тип һанайым: йорт старшинаһы Алтынбай Ильясанов (1757 йылғы) 1780 йылғы ҡатыны менән теркәлгән, өс улы бар, иң бәләкәсенә 6 ай – 1816 йылда тыуған. Ә бит Алтынбайға 60 йәш!


Шулай уҡ 36-сы йортта Муса Атангуловтың ҡустыһы менән бергә Ильбуль Алдаров (1754 й.), улы Насир (1791й.), килене Мелиха (1706й.) теркәлгәндәр.
1786 йылғы Өфө наместничествоһы картаһында Тляшево, Иткулово ауылдары күрһәтелә (фрагмент).
1755 йылғы “Генеральная карта Уфимской провинции и Башкирии...” (фрагмент) күрәбеҙ: Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Кулманово, Сеитварово, Бикбово, Мясягутово, Абдрахманово ауылдары, Ҡурғашлы йылғаһы уң яҡ ярға (ҡоя) тоташа, түбәнерәк һул яҡ ярға ҡоя һәм түбәндәрәк ауыл – Мазино; Еаказы йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында, Ағиҙелдең уң яҡ ярында Темесово; уң яҡтан йылға Ағиҙелгә ҡоя – уң яҡ ярҙа Калтангулово; түбәндәрәк һул яҡ ярҙа Илсегулово, уң яҡ ярҙа дүңгәләк – исемһеҙ (хутор, тип уйлайым); уң яҡ ярҙа Бигнадино, Ағиҙелгә уң яҡтан йылға килеп ҡушыла. Үҙән йылғаһы Ағиҙелгә һул яҡ ярға ҡуйған урында, уң яҡ ярҙа - Тлеабердино ауылы; түбәндәрәк Ағиҙелдең уң яҡ ярында Райманово, Емагузино исемдәре. Яҙылмаған дүңгәләктәр икәү һәм уң яҡ ярҙа Смаилово, Акназарово, һул яҡ ярҙа Бердегулово....


Шулай уҡ картала Алдарово, Тузуково, Умитово ауылдарын күреү, дөрөҫ аңлаһам, Салажы йылғаһы Ҡана йылғаһы бергә ҡушылып Ағиҙелгә ҡоя.
Былар барыһы ла – ысынбарлыҡ. Яҙылған ауылдарҙың исемдәрен теҙеп яҙыу, мөмкин тиклем ауылдарҙың теҙмәһен барлап яҙыуҙың төп сәбәбе шунда: ориентирға алған йылғаларҙың исемдәре, Ағиҙел йылғаһына ҡойған урындары аралыҡтары, шулай уҡ рәүиз яҙмаларҙа күренгән исемдәр теҙмәһендәге оҡшашлыҡтар.
Йылғаларҙың күбеһенең исемдәре яҙылмауы уйға һала. Әммә Үҙән йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урыны һәм уң яҡ ярҙа ултырған Телабердино ауылын Телявбердино тип уҡыһаҡ, хаталыҡ булмаҫ. Райманово ауылын асыҡларға ярҙам итә, тип уйлайым.


Мөсәт ауылында, 1816 рәүиз яҙмала күренгән Байғусҡар Райманов 1732 йылда тыуған, ғаиләһе менән 1815 йылда старшина Тилявгул Ялсин ҡарамағында булған Тимер ауылына күсерелә. Уға 84 йәш, бисәһенә 40 йәш, ҡыҙҙары һәм улдары бар.
Бәләкәй ҡыҙы Өмөтбикәгә 8 йәш. Булһа була икән – ҡыҙы тыуғанда Байғусҡарға 76 йәш булған! Һоҡланмау мөмкин түгел!
Атаһының исеме менән йөрөтөлгән, картала яҙылғанса Райманово – ысынбарлыҡ.
Бикбово ауылы тураһында ла конкрет исемдәрҙең теҙмәһен яҙып ысынбарлыҡҡа ышанмау мөмкин түгел.
Тимесово (Темәс) ауылы ысынбарлыҡҡа тап килеүен рәүиз яҙмаларҙа Тимер ауылында теркәлгән Буранбай, Мөкмин Тимисевтар (Тиляшевтар) раҫлай. Былар барыһы ла – конкрет факттар.


Исемдәре – есемдәрҙә, конкрет Тимер ауылындағы, Иҫке Мөсәт, Яңы Мөсәт ауылдарында теркәлгәндәрҙең старшина, старшина ярҙамсыһы, есаул, хорунжий булып донъя көтөүҙәре, уларҙың атай-олатайҙарының исемдәре менән ауылдарға исемдәр бирелеүе конкрет ваҡыт ҡарамағында уларҙың тотҡан урындарын асыҡлай.
Алдарово ауылы Алдар Исянгильдин (Исекеев) икәне бәхәсһеҙ. Юғарыла яҙған Ильбул Алдаровтың (1754) рәүиз яҙмала күренеүенсә Байназар ауылында булыуы асыҡ дәлил.
Алдарҙың нисә улы булды икән?


1755 йылға ҡарата яҙғандар, гәзит битендә үткән һандарҙағы иҫәпләүҙәрҙе күп яҡлап асыҡланы ғына түгел, һығымтаны дөрөҫ яһарға ярҙам итә – Бөрйән ерлегендә Бер йәндәр йәшәй!
Буранбай 1772 йылда тыуған, Мукмин 1805 йылда тыуғанын тыуыу араһындағы аралыҡ күрһәтә. Темәстең оҙон ғүмерле булыуын һәм дә уның сама менән 1720 йылда тыуғанын.
Әмирхан Абызов (1794), Буранбай Тимесов (1772)Гибадулла Абызов (1770) ике туғандар булыуын иҫәпкә алһаҡ, Тимис һәм Абыз – бер ата балалары.
11-се юртала һәм башҡа юрталарҙа Тимес һәм абыздың да улдары икәне аңлашыла. Байғусҡаровтар, Бикбовтар, Биктимеровтар...
1720 йылда Темәс донъяға килгәнен ысынбарлыҡ тип ҡабул итеп, бөгөнгө көн арауығына күҙ һалам – 300 йыл!
Темәс (Тимес) – Буранбай – Мухаматсадык – Загидулла – Нугуман – Хәмзә – Юлай.


Ысынлап та, дәүләт эсендә үҙ дәүләттәрен булдырып, эске дәүләт менән идара итеүсе уландарын – улдарын үҫтереп, аҫаба ерҙәрендә кәрәкле урында йәйләүҙәрен, хуторҙарын (утарҙарын), ауылдарын булдырып йәшәгәндәр, йәшәргә ынтылғандар, тиңләшкәндәр, тырыш-ҡандар.
Ауылдың исеме Тимесово. Кеше исеменән алынғаны асыҡланды, тип уйлаһаҡ, Тимәс була инде.1755 йылға ҡарата шуны әйтәһе килә: колонизаторҙарҙың яҙыу-һыҙыу оҫталығы булмаған, улар яңы яҙырға, телдән ишеткәндәрҙе яҙма рәүештә теркәп, матур итеп асыҡ яңғырауыҡлы исемдәрҙе лә боҙмайынса яҙырға өйрәнәләр генә әле. Рәүиз яҙмаларҙа исемдәрҙе яҙғанда башындағы хәрефтәр бер төрлө, исем уртаһындағы шул уҡ өндәр икенсе төрлө, аҙағындағы өндәр – шул уҡ өндәр өсөнсө төрлө һәм дә ғәрәп алфавитындағы кеүек узорлап (семәрләп) яҙыуҙары берҙәм алфавиттары булмауына дәлил!


Шуға ла исемдәрҙе яҙмала шулай – дөрөҫ, тип ҡабул итеү хаталыҡҡа килтерә.
Мосолмандарҙың бит исемдәре икешәр исемдән тора: Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтшәриф, , Мөхәмәтғәле һ.б. Йәиһә Азатҡул, Азаматҡул исемдәрендәге генә лә хәрефтең юғалыуы эҙмә-эҙлекте юҡҡа сығара. Шул уҡ ваҡытта Кусюков, Кусеков, Кучуков тип яҙылғандарҙы барлауы ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Юғарыла яҙғанымса, беренсе биттә Алтынбай Ильясов тип күрһәтелһә, икенсе биттә Алтынбай Ильясанов, тип яҙыла. Әйтәһе килә, матур- матур исемдәрҙәе дөрөҫ теркәмәү хаталыҡҡа килтерә. Бәхәсле тип уйлағандар ҙа дөрөҫлөккә илтә, тип уйлайым, мәсеттрҙәге метрика китаптары. Тыуған балаларҙы ла, вафат булғандарҙы ла, никахтарҙы ла, түләүле булыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы иҫәп менән алып барғандар. Атасы тип (яҙып) атайҙарының исемдәрен (тулыһынса яҙғандар), анасы тип, әсәләренең исемдәрен фамилиялары менән тулыһынса яҙғандар.


Ата-бабаларҙың дини яҡтан тәрбиә алғандарын яҙыу-һыҙыу оҫталыҡтары, ҡулдарындағы тамғалары шул хаҡта һөйләй.
Мөсәт, Яңы Мөсөт, Мөсәт (Саҡмағош), Яңы Мөсәт (Алағуян башы) исемдәре 1800 йылға ҡарата ысынбарлыҡ икәне раҫланды, тип уйлайым.
1791 йығы картала Мисетово күрһәтелә, шуныһы ҡыуаныслы: Байназарово, Кулдавлетово ауылдары күрһәтелә Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, сама менән Мисетово ауылын ориентирға алһаҡ, бер үк аралыҡта ятҡан ауылдар. Нишләптер, Үҙән йылғаһы юҡ картала.Ағиҙел Ҡана йылғаһы тамағынан түбәндә үр яҡ ярҙа Акулова ауылы. Ошонда уҡ урын алған Темасова Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында. Үрҙәрәк Калмурзино, Кузяково ауылдары...


Һанап бөткөһөҙ ауылдар Ағиҙел йылғаһынан көньяҡ-көнсығышта урын алғандар... Сәбәбе нимәлә?
1786 йылғы картала Тляшева ауылы күрһәтелә лә инде.
Ни өсөн был картала Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан ауылдар юҡҡа сыҡҡан? Нишләп быға тиклем булмаған бөгөнгө телдә, әйтәйек, Байназар, Мөсәт, Ҡулдәүләт, Акул ауылдары ғына урын алған?


1755 йылғы, 1786 йылдағы карталар – барлығы 31 йыл ғүмер үткән... Урындағы йәшәгән халыҡ һалымдан ҡасыу юлдарын аңлап эш иткәндер, тип фаразлайым.
Мөсәт ауылы кеше исеменән икәнен асыҡлағас, исемдәре – есемдәрендә, тип ҡарап фекергә киләм: иҫке тигән төшөнсәне ҡулланыу дөрөҫлөккә, ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Аңлайым мин – аяҡҡа кейгән быйма иҫкерә: табаны тишелә, таушала. Табанын ямап, йәғни кейергә яраҡлы итеп табанлатып була. Ауыл исеме иҫкермәй бит. Йәшәгән халыҡ дәртләнеп донъя көтә, мал-тыуарҙарын ишәйтә. Һәр хәлдә, ауылдың исем туйын үткәреп нарыҡлағандар икән, күсәгилешлекте һаҡлап кеше исемен “иҫкертеү” дөрөҫ түгел. Ҡалһын, әйҙә, Мөсәт, Яңы Мөсәт. Бер ниндәй ҙә буталыш юҡ, булмай ҙа. “Иҫке” һүҙен ҡулланыу, минеңсә, 18-19 быуаттарҙа булмаған, ә инде 20 быуат “ҡаҙаныштары” тип уйлайым.


Ысынлап та, 1937 йылғы картала Ст. Мусятово тип күрһәтелә. Юғарыла миҫалға килтергән ирҙәрҙең оҙон ғүмерле булыуҙары, 80-100 йәшкә тиклем йәшәүҙәре, йәш бисә алып 70-80 йәштәр араһында балаларға ғүмер бүләк итеүҙәре үҙе бер дәлил – “иҫкермәгәндәр”, таушалмағандар - нәҫелдәрен арттырыуҙы оло бурыс, тип ҡарағандар, бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәгәндәр.


Мөсәт ауылында йәшәгәндәр ауылдың элекке тарих төпкөлөнән Саҡмағош тип онотмай бөгөнгө көнгәсә алып килтереүҙәре – ҙур ҡаҙаныштары, минеңсә. Йылға исеме, Ауылдың исеме менән тап килеүе ысынында иһә ауыл борон-борондан булыуын иҫбатлай.

Автор:Юлай Садиҡов. Баҙал биҫтәһе.
Читайте нас: