Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Май 2022, 16:00

Йылмайыуы күҙ алдында...

Аҡһыл көлһыу күк йөҙө ҡағыҙ битен хәтерләтә. Унда ҡояш та, болоттар ҙа юҡ һымаҡ. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Алдаҡсы болоттар бөтә офоҡто биләп алған да, әҙләп кенә, яйлап ҡына ерҙе көнө буйы һуғарырға йыйына. Маҙаға тейә торған оҙайлы ямғыр…

Йылмайыуы күҙ алдында...
Йылмайыуы күҙ алдында...

«Ошо ямғыры булмаһа, бесәнде тиҙерәк эшләп алыр инек», - тип көйәм салғы һелтәгән арала.


Ә әсәйем ниңәлер шат. «Ҡаҙаяҡлы, шыйыҡ үләнле, ағас араһы булһа ла, үҙ сабыныбыҙ булды әле», - тип ҡыуанып йөрөгәндер инде, күрәһең. Бакуй осона сыҡҡас, ул үҙенең әле генә сығарған таҡмағын һөйләп бирҙе:
Йәшел күҙле еҙ мыйыҡ
Тәмәке тартып тора.
Инде хәҙер нишләргә, тип
Алға пландар ҡора.
Йәшел күҙле еҙ мыйыҡ - минең атайым. Тағы ла- ҡуңыр йөҙ, тура танау, бөҙрә сәс.


Ул ваҡытта ҡәҙерен белмәһәм дә, хәҙер һағынам шул ғаилә менән бесән сабыуҙы...
Һелтәгән һайын рубин-гранат төҫлө бөрлөгәндәр һибелә, муйыл, ҡарағат, ҡурай еләктәре бешеп, ауыҙға алып ҡапҡанды көтөп ултыра.
Беҙ сәй ҡайнатҡан, ашарға бешергән арала, атайым кәрәҙле иңкеш балын алып килә. Унан ҡармағын тота һалып йылға буйына төшөп китә.


Китә лә донъяһын онота. Тәбиғәт һиллеге тарта уны.
Ерәнсәй исемле йыуаш, ләкин өркәк бейәне егеп, ҡайтырға сыҡҡанда ла ул Нөгөш буйында тороп ҡала.


Ағас араһындағы үләнде киптереп йыйып алыуы ҙур ҡыуаныс. Ундай көндә кис-ке сәғәт 11-ҙә ҡайтырға сыҡһаң да күңел көр.
Атайым таған, ҡолға ҡырҡа. Унан кәбән ҡойорға тотона. Миңә кәбәнгә һәнәк сәнсеп, тапарға менергә ярҙам итә лә, ҙур итеп сәнсеп алып, бесән ырғыта башлай. «Ҡайһы яҡҡа ырғытайым, ҡайҙа тәпәш?» - тип һорай йыш ҡына.


Ҡайһы берҙә сәй эсеп алабыҙ. Миңә лә һәнәккә эләктереп сәй бирәләр. Ослар ваҡыт еткәс, ата-йым ос һәнәген ала.
Әҙләп кенә ырғыта. Ә мин, ҡолап төшөргә ҡурҡып, ҡолғаға тотонам.


Бер шулай кәбән ҡойғанда, көтмәгәндә ямғыр яуа башланы. Мин төшмәнем, полиэтилен һорап алып, ҡойолоп бөтмәгән кәбән башында ултырып торҙом. Бесәнде лә ябырға тырыштым.
«Шул кәбән матур һаҡланған, һыу төшмәгән», - тине ата-йым аҙаҡтан.


Бер өйҙә йәшәһәк тә, ата-йым менән аралашыуыбыҙ күберәк ҡырҙа, күмәкләп эш эшләгән саҡта булған икән.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 май һанынан уҡығыҙ.

Автор:Рәйлә Нурмөхәмәтова.
Читайте нас: