Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Февраль 2022, 16:00

Афған һаман төштәренә инә

...Тревога иғлан ителгәндә автомат менән кәрәкле әйберҙәр һалынған тоҡсайҙы йөкләйбеҙ ҙә автопаркка йүгерәбеҙ. Һәр кем үҙенә тәғәйен техникаға ултырып, сығып китәбеҙ. Дошмандар бигерәк тә яғыулыҡ тейәгән камаздарҙы шартлатырға тырышалар ине...  

Афған һаман төштәренә инә
Афған һаман төштәренә инә

Ҡасандыр үлем менән көн һайын йөҙгә-йөҙ осрашҡан, йәшлектәренең бер өлөшөн мәңгелеккә алыҫ ил тауҙарында ҡалдырған ағайҙарҙың күбеһе был хаҡта өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Мәндәғол ауылында йәшәгән Афған һуғышы ветераны Зәбир Иманғолов та әрме тормошо тураһында һөйләргә яратмай. Тынысһыҙ йылдарҙы ҡабаттан иҫкә төшөрөүе еңелдән түгелдер инде.

Зәбир Йосоп улы 1961 йылдың 17 декабрендә Мәндәғол ауылында тыуған. 1980 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Башта Үзбәкстандың Термез ҡалаһында хәрби уҡыуҙа булалар. Ҡайҙа, ниндәй урынға ебәрәсәктәре тураһында алдан өндәшмәйҙәр. Әммә Зәбир ағай бер йыл алдан башланған Афғандағы хәлдәр тураһында ишетеп-белгәс, тап шунда барыуҙарын күңеле менән һиҙә.

Ике ай хәрби әҙерлектәр үткәндән һуң, уларҙы Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына алып баралар һәм частәргә бүләләр. Зәбир ағай Саланг артылышы янында урынлашҡан йәйәүле полктың миномет батареяһына эләгә.

Саланг артылышы ул ваҡытта Афғанстан өсөн иң мөһим урындарҙың береһе булған. Сөнки ошо артылыш аша төньяҡ һәм көньяҡ Афғанстанды берләштереп тороусы автомобиль юлдары һалынған. Был юлдар буйлап илгә бөтә кәрәкле әйберҙәр – аҙыҡ-түлек, кейем, боеприпастар һәм башҡалар индерелгән. Уны «ғүмер биреүсе юл» тип тә атағандар.  Юлда  2,67 километр оҙонлоғондағы тау-таш аҫтынан үткән Саланг тоннеле урынлашҡан. Тау юлының бормалы, тар булыуы фажиғәле аварияларға, ә тоннелдең вентиляцияһы тейешле кимәлдә эшләмәүе, унан үткән юлдың бер яҡлы хәрәкәтле булыуы тоннелдән үтеүсе автомашиналарҙың төкөшөүенә,  шоферҙарҙың, һалдаттарҙың һөрөм газы менән ағыуланыуына килтергән осраҡтар йыш булған.

-Беҙҙең маҡсат ошо юлдарҙы күҙәтеү, союздан килгән машина колонналарын үткәреп ебәреү, уларҙы дошмандарҙан һаҡлау булды.  Мине 82 мм-лы минометҡа наводчик итеп ҡуйҙылар. Аҙаҡ миномет иҫәбе командиры, һуңғараҡ взвод командиры урынбаҫары булдым.  Күп йөрөлдө, күп нәмә күрелде. Бөтәһен дә һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Оноторға тырышһам да, әле һаман төшкә инә.

 

(Тулы варианты гәзиттең 6-сы һанында)

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: