Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Октябрь 2021, 10:00

Ҡурайсы яҡташыбыҙҙы онотмайыҡ!

«Таң» гәзитенең 2019 йылдың 18 октябрендә сыҡҡан һанында “Ҡурайынан айырыл-маған” исемле мәҡәләлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡурайсы Йомағужин Сөләймән Сәйфулла улы хаҡында һүҙ бара. Уның тураһында райондаштарыбыҙ бик үк белеп етмәй.

Ҡурайсы яҡташыбыҙҙы онотмайыҡ!
Ҡурайсы яҡташыбыҙҙы онотмайыҡ!

«Таң» гәзитенең 2019 йылдың 18 октябрендә сыҡҡан һанында “Ҡурайынан айырыл-маған” исемле мәҡәләлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡурайсы Йомағужин Сөләймән Сәйфулла улы хаҡында һүҙ бара. Уның тураһында райондаштарыбыҙ бик үк белеп етмәй.

Хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткән ул. Хеҙмәттәше - Баймаҡ районының Темәс ауылынан булған Мөхәмәт Ҡәҙерғолов күптәргә таныштыр. Мөхәмәт ағай - Бөрйән кейәүе. Районда үҙенең ҡурай класын да асҡан кеше.

Сөләймән Сәйфулла улы заманында данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтар менән бергә ҡурай уйнап йөрөгән. Һуғыштан һуң оҙаҡ йәшәмәй. Йәш егет яуҙа алған йәрәхәттәренән иртә донъя ҡуя. Уның исеме архив фотоһүрәттәрендә генә ҡала. Ә бит халыҡ үҙ шәхестәрен оноторға тейеш түгел. Аҫҡар ауылынан Ғәлиуллин Мәжит Зәйнулла улы уның исемен мәңгеләштереп, Сөләймән Йомағужин исемендәге ҡурай бәйгеһен үткәрергә кәрәк тигән тәҡдим менән редакцияға мөрәжәғәт итте һәм, юғарыла әйтелгәндәргә дәлил булараҡ, Х. Собханғолова авторлығындағы түбәндәге мәҡәләне баҫтырыуыбыҙҙы үтенде. Бында Сөләймән Йомағужиндың исеме лә телгә алына.


“Атайымдар Ишҡәле олатай менән күп ваҡыттар ҡурай уйнап, ҡунаҡ булышып йәшәне. Ишмулла ағай ҙа хәл белешергә килеп, ҡурай уйнап, үҙе лә ҡушылып йырлап ултырыр ине. Беҙ, бала-саға, тамаша ҡылып, инеп-сығып йөрөйбөҙ. Ишҡәле олатайҙың әбейе матур йырлай, әсәйем “Мөғлифә” көйөнә ойота баҫып бейеп китә торғайны. Быйыл атайыбыҙҙың тыуыуына (һулдан ситтә ултыра) йөҙ йыл тулды. Байғужала ауылдаштар байрамына йыйылғанда аят уҡып, был датаны билдәләп үттек. Фәттәх Игебаевтың өс улы ла донъя ҡуйҙы, биш ҡыҙы, Аллаға шөкөр, иҫән әле. Таралышып бөткәнбеҙ, һирәк осрашабыҙ, юл хаҡтары ла бик ҡыйбат бит. Бәлки, гәзит уҡыусылар араһында фотола төшкәндәрҙең туғандары барҙыр.


Ултыралар:
1. Фәттәхетдин Игебаев 1908 йылда Ҡаҙырша ауылында тыуған. Һуғыштан һуң Байғужа ауылында йәшәне. Мәшһүр ҡурайсы, Йомабай Иҫәнбаев, Ишҡәле Дилмөхәмәтовтар рәтендә тора.
2. Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Матрай районы Иҫке Яҡуп ауылынан. Данлыҡлы Ишмулла, Сәйфулла ҡурайсыларҙың атаһы. Көслө һәм мәшһүр ҡурайсыларҙың береһе.
3. Һөләймән (Сөләймән) Йомағужин, Бөрйән районынан.


Баҫып торалар:
4. Рәхмәтулла Бүләкәнов, Баймаҡ районынан.
5. Әсхәт Үтәев Матрай районы Матрай ауылында 1921 йылда тыуған. Уның универсаль икәнлеген әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡурайсы, йырсы, гармунсы, мандолинала уйнауын, оҫта итеп бейеүен иҫкә алып һөйләүселәр ҙә табылды. Икенсе Бөтә Донъя һуғышынан яраланып ҡайтып, 1943 йылдың авгусында тағы ла фронтҡа китеп, һәләк булды.
6. Мәхмүт Ғәлин, Баймаҡ районынан».

Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: