Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Октябрь 2021, 14:00

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

Бер йыл да булып китте баҡыйлыҡҡа күсеүенә, ләкин уның юҡлығына күңел ышанмай.

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!
ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

Бер йыл да булып китте баҡыйлыҡҡа күсеүенә, ләкин уның юҡлығына күңел ышанмай.

Үткән көҙ беҙҙең ғаиләбеҙ оло юғалтыу кисерҙе - 2020 йылдың 5 октябрь көнө, 2 аҙна ғына ауырып, балаларын, беҙҙе, барлыҡ туғандарын зар илатып, һөйөклө киленебеҙ, Бөрйән ҡыҙы Мөхәмәтйәрова Гөлназ Дамир ҡыҙы арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Бер йыл да булып китте баҡыйлыҡҡа күсеүенә, ләкин уның юҡлығына күңел ышанмай.


Киленебеҙ Бөрйән районы мәғариф бүлегендә методист булып 10 йыл эшләү дәүерендә бөтә һөнәрҙәштәре араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанды. Хеҙмәте лә юғары баһаланды - ул Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булғайны. Дәртләнеп донъя көтөр, ирәйеп йәшәр мәлендә кешелекле, алсаҡ, эшһөйәр киленебеҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.


Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре хаҡтыр. Киленебеҙ Гөлназ баҡыйлыҡҡа күсеүгә теүәл 7 ай тигәндә, 5 май көнө, улыбыҙ Азамат та килен янына мәңгелек йортона күсте. Бөрйәндә төпләнеп, донъяларын рәтләп, үҙ йорттары булғанға ҡыуанып йәшәй генә башлағайнылар... Йорт хужаларһыҙ, 2 бала үкһеҙ етем ҡалды.


Үкенес, бик йәшләй, 36 һәм 41 йәштәрендә, балаларының үҫкәнен күреп, ҡыуанып-шатланып йәшәр саҡтарында киттеләр... Бик үкенесле, ләкин яҙмыштың аяуһыҙ һынауы алдында беҙ көсһөҙбөҙ, Аллаһы Тәғәлә ғәмәленә тығыла ла, тәҡдирҙе үҙгәртә лә алмайбыҙ шул.


Балаларыбыҙҙы һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатышҡан, беҙҙең ауыр ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған туғандарға, ҡоҙаларға, килендең хеҙмәттәштәренә рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урындары ожмах түрендә булһын.


Гөлназ киленебеҙҙе һәм Азамат улыбыҙҙы күреп-белгәндәр уларҙы ошо көндәрҙә изге уйҙар менән иҫкә алһындар ине.


Һеҙгә әле  беҙҙең менән бергә
Йәшәргә лә ине йәшәргә.
Үкенестәр, һағыныуҙар менән
Беҙҙең күҙҙәр тулы йәштәргә.
Көн артынан көндәр үтеп тора,
Һеҙ юҡлыҡҡа килмәй ышанғы.
Күкрәп йәшәр саҡта өҙөлдө лә
Йәндәрегеҙ күккә олғашты...

Автор:Баймаҡтан ҡайны-ҡәйнәһе, ата-әсәһе Йәүҙәт һәм Рәйлә Мөхәмәтйәровтар.
Читайте нас: