Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Сентябрь 2021, 10:00

Етәксенән тора күп нәмә

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы иҫәпләнгән Һарғая ауылында ла ошо мәлдәр бик күңелле үтә–байрам-саралар ойошторола.

Етәксенән тора күп нәмә
Етәксенән тора күп нәмә

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы иҫәпләнгән Һарғая ауылында ла ошо мәлдәр бик күңелле үтә–байрам-саралар ойошторола.

Көҙ айҙары ғүмер-ғүмергә беҙҙең халыҡта муллыҡ, байлыҡ айҙары, эштәргә һөҙөмтә яһар миҙгел булараҡ һанала.
Үҙенән артҡанын йәрминкәләрҙә , баҙарҙа һатып, йә булмаһа алыш-биреш итеп, тормошон көйләр халыҡ. Ергә эйелгәнде ер буш итмәй ул – ошоно белә хәҙер кеше.


Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһы иҫәпләнгән Һарғая ауылында ла ошо мәлдәр бик күңелле үтә–байрам-саралар ойошторола. Әлбиттә, ҡурсаулыҡтың төп эшмәкәрлеге – тәбиғәтте һаҡлау, өйрәнеү, киләсәккә төплө, дәлилле йылъяҙмалар яҙып, һаҡлап ҡалдырыу. Коллективта өлкән белгестәрҙән алып ябай хеҙмәткәрҙәргә хәтлем һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Һәм ошо эш һөҙөмтәһе булараҡ, сентябрь айында һәр бүлек хеҙмәткәрҙәренең традицион байрамы үтә.


Әлбиттә, үҙ эшен белеп эшләгәндәр һәр ваҡыт булды – байрамдарҙа бүләкләнеп, дәртләнеп эшләп йөрөнөләр һәм ошо матур күсәгилешлек әле лә дауам итә.


Инде ошо йәшкә еткәнбеҙ икән, һәр нәмәнең элеккеһе менән бөгөнгөһөн сағыштырып, баһа биреп ултырабыҙ. Ҡурсаулыҡ та, унда эшләүселәр ҙә төрлө замандар, хәлдәр кисерҙек.
Бөтә эш, нимә генә тиһәң дә, етәксенән тора. Эшем эш булһын, тип йөрөгән директорҙарҙы оноторлоҡ түгел. Коллективты эшләтеү генә түгел, ауылдың көнкүреш хәлен, юлдарҙың төҙөклөгөн ҡайғыртып, ал-ял белмәй эшләп китеүселәр онотолмай.

Ишмөхәмәтович
Хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалғаны – тәүге тапҡыр үҙебеҙҙең район кешеһен ҡурсаулыҡҡа директор итеп ҡуйыуҙары. Үҙебеҙҙең башҡорт, сәмсел, тура һүҙле, уҫал Таштимер ағай Әлибаков ине ул. Аҙ ваҡытта күп эш эшләй һәм эшләтә алған шәхес ине ул. Кешелекле, кеселекле, талапсан һәм эште оҫта ойоштороусы, эшләгән кешене күрә, ваҡытында баһалай белеүсе етәксе булараҡ иҫтә ҡалған.


Техниканың юҡ сағы. Бар көс – аттар һәм эшсе ҡулдар.


Әлибаков төҙөлөштө киң йәйелдереп ебәрҙе. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙәктә лә, алыҫ кордондарҙа ла матур, стандарт фатирҙар ҡалҡып сыҡты.
Спортҡа ла иғтибар итте ул – ҡурсаулыҡ йәштәре район күләмендәге бер ярыштан да ҡалмай ине. Мылтыҡтан атыу, саңғы ярышы, волейбол һ.б. ярыштарҙа ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә алдынғылыҡты бирмәне.


Йылҡысылыҡҡа күп көс һалды ул. Ул осор аттар ҡараулы булды. Кәмендә 7-8 эш аты булды. Хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына алып барыу, оло юлға кеше сығарыу, Байназарҙан почта ташыу – бөтә эш ат менән башҡарылды. Эш аттары ғына 20-ләп ине.


Әлеге лә баяғы, ҡурсаулыҡ аттары ярыштарҙан ҡалманы. Әлибаков Учалы яғынан Жатым ҡушаматлы ат һатып алды. Райондағы ярыштарҙа беренселекте бирмәне инде ул Жатым.
Хужалар алмашынғас, атҡа иғтибар кәмене, Жатым йонсоно. “Ағиҙел” колхозының ат йәнле ике белгесе Жатымдың хәлен самалап, һатып алалар, тәрбиәләп, көрәйтәләр. Ул бер нисә йыл “Ағиҙел” колхозының данын күтәреп йөрөнө әле аҙаҡ.


Кем генә булмаһын, Таштимер Ишмөхәмәт улын һаман да яҡшы яҡтан иҫкә алалар.

Йосопович
Тағын бер ир-уҙаман хаҡында яҙмайынса булмай. Ҡурсаулыҡтың 25 йыл тирәһе эшмәкәрлеге менән биографияһы тығыҙ бәйле шәхес – Ирек Йосоп улы Шәрәфетдинов. Районда уны белмәгән кеше юҡтыр.


1975 йылдың йәйе ҡоро килде, тамсы ла ямғыр яумай, биләмәлә айға һуҙылған ҡот осҡос янғындар булды. Зыян да бик ҙур ине. Бер нисә район халҡы ярҙамға килә, хатта хөкүмәт тарафынан һалдаттар килтереп урынлаштырыла. Ошо ваҡиға һуңынан урында ҙур үҙгәрештәр була. Шул ваҡытта йәш белгес Шәрәфетдинов ҡурсаулыҡҡа директор итеп тәғәйенләнә.
Бар көсөнә эшкә егелә йәш директор. Үҙе күреп-белеп йөрөгәс, ҡайҙа нимәнән башларға икәнде бик аныҡ күҙаллап, коллектив менән бер төптән булып, бик күп эштәр башҡара.
Дөрөҫөн әйткәндә, үҙе лә йүгерә, башҡаларҙы ла йүгертә.


Районға электр уты килеп етмәгән ине, Ирек Йосоп улының тырышлығы менән ул, барыбыҙҙы һөйөндөрөп, беҙҙә бер йыл алдан янды.
Ауылдан оло юлға сыҡҡан юлдан яҙлы-көҙлө ДТ тракторына тағылып саҡ сыға инек. Өс йылда ҡурсаулыҡ үҙ көсө менән бына тигән юл төҙөп ҡуйҙы.Техника өсөн ҙур, йылы гараж сафҡа инде. Халыҡты баллонлы газ плитәләр менән тәьмин итте, балалар баҡсаһын асыуға өлгәште.


“Төҙөнө”, “асты”, “алды” тип әйтеүе генә рәхәт. Былар артынан күпме йүгерергә, документ төҙөргә, һөйләшә һәм килешә белергә кәрәк.


Директорҙың атҡарған бөтә эшен һанап бөтөрлөк түгел – техниканы яңыртыуы ғына ни тора! Янғын һүндереү машинаһы, автобус, ДТ -75, инвентарҙар нәҡ уның осоронда алынды.
Мәктәп, медпункт, почта, 2 магазин ауыл өсөн гөрләп эшләп торҙо. Күп эштәр өмә менән башҡарылды, байрамдар бар халыҡ өсөн уртаҡ булды. Ирек Йосоп улы ла, техника артһа ла, йылҡысылыҡҡа ла иғтибар арттырҙы.


Заман башҡа –
заң башҡа
Эйе, беҙҙең заман үткән. Үҙебеҙ ҙә шул заманға эйәреп ҡартаябыҙ.Уны-быны сағыштырып, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәрҙе барлайбыҙ, баһалайбыҙ.Коллектив йәшәрҙе, йәштәр дәртләнеп, йүгереп йөрөп эшләйҙәр. Бесән мәлендә ауыл урамдарынан ат һарайҙарына пресланған бесән ташыйҙар. Ошо заман яңылыҡтарына ҡарап күҙ һөйөнә. Беҙгә, бөтә эште ике ҡул һәм ат көсө менән башҡарған быуын вәкиленә, былар ят һәм ҡыҙыҡ һымаҡ.


Ат тотҡан һарайҙар киңәйтелеп, өҫтәмә уңайлыҡтар булдырылды. Бөтә атҡарылған эштәрҙе бер мәҡәләлә һанап сығырлыҡ түгел. Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тип белеп әйтә башҡорт.
Ҡурсаулыҡҡа Айнур Илгиз улы Бейембәтов етәксе булып килгәс, йылҡыларға иғтибар бермә-бер артты. Эш аттары ла, ярыш аттары ла ишәйҙе. Инде йәш–елкенсәк матур итеп егелгән аттарҙа ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Директор үҙе лә ат өҫтөнән төшмәй – йәштәргә үрнәк булып, ярыштарҙан ҡалмай, эш буйынса ла биләмәгә һыбай сыға – уны көндөҙ ҙә, төндә лә һыбай осратырға мөмкин.


Айнур Илгиз улы ауыл урамына таш түшәтеп, тигеҙләтеп ҡуйҙы. Уныһына рәхмәт. Ҡунаҡхана, туристар туҡталҡаһы яңыртылып, үҙгәртелде, бөтә уңайлыҡтар булдырылды. Музей, контора, лаборатория эстән дә, тыштан да тәртипкә килтерелде.


Элекке егәрле хужаларҙың матур традицияһын дауам итеүсе етәксе ул Айнур Бейембәтов.Ветерандарға ла иғтибары ҙур – байрамдарҙа ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйтеп, күңелде күтәрәләр, былай ҙа хәл-әхеүәлде белешеп торалар. Халыҡ та уның эшен күтәрмәләшеп, башланғыстарын хуплап торһа, бик һәйбәт булыр.


Себеште көҙ һанайҙар, ти халыҡ. Көҙ, һүҙ башымдағыса, уңыш йыйыу, эшеңә баһа биреү, барын барлау мәле. Ғүмер көҙөмдә ҡурсаулыҡ аҡһаҡалы дәрәжәһенә етеп, йәштәргә кәңәш-төңәш итер йәштәмен, Аллаға шөкөр.


Миңә алда исем-шәрифтәре һанап кителгән етәкселәрҙең ҡулы аҫтында эшләргә тура килде. Уларҙың эшләгән эштәре һөйөнөрлөк һәм халыҡ, тәбиғәт өсөн.
Ҡурсаулыҡ ветерандарын да, бөгөнгө йәш коллективты байрам менән ҡотлайым, эштәрендә, тормоштарында уңыштар, яҡты, өмөтлө киләсәк теләйем.

 

Етәксенән тора күп нәмә
Етәксенән тора күп нәмә
Етәксенән тора күп нәмә
Автор:Таһир Аҫылбаев, ҡурсаулыҡтың хеҙмәт ветераны.
Читайте нас: