Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Июнь 2021, 11:05

ҮӘТ, ИСМАҺАМ, ҠОМАРТҠЫ!

Тимер ауылында ошондай ҡомартҡы һаҡланған. Уны Тимер ауылы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсөм Хөсәйенова һүрәткә төшөрөп алған. Ә тарихы түбәндәгесә.

Тимер ауылында ошондай ҡомартҡы һаҡланған. Уны Тимер ауылы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсөм Хөсәйенова һүрәткә төшөрөп алған. Ә тарихы түбәндәгесә.
-Был алмиҙеүҙе 1916 йылда Сафия Үтәбаева эшләгән. Унан аманат итеп Наҡыя (Буранова) тигән ҡыҙына биргән. Ул, үҙ сиратында, аманатты үҙенең ҡыҙы Раузаға тапшырған. Рауза инәй ҡыҙы Рәзинәгә биргән. Әлеге мәлдә алмиҙеү Бөрйән районының Тимер ауылында Рәзинә апайҙа һаҡлана, - тип яҙған Гөлсөм Йыһанур ҡыҙы.
Үәт, ҡомартҡы тиһәң дә ҡомартҡы! Уның аманат итеп тапшырылып килеүенә быуаттан ашыу ваҡыт үткән...
Читайте нас: