Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Май 2021, 10:00

Ысын ағинәй булды ул

-Инәйеңә туҡтап торҙоғоҙмо әллә? - тип ҡаршы ала ине атайым мәрхүм.-Юҡ, һуң бит, туҡтаманыҡ, - тип яуаплайым, Ауырғазы менән Бөрйән араһындағы оҙон юлдан килеп төшкәс.

-Инәйеңә туҡтап торҙоғоҙмо әллә? - тип ҡаршы ала ине атайым мәрхүм.
-Юҡ, һуң бит, туҡтаманыҡ, - тип яуаплайым, Ауырғазы менән Бөрйән араһындағы оҙон юлдан килеп төшкәс.
Ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалғанда атайым:
-Мөниә инәйеңә туҡтарһығыҙ ул? - тип әйтергә онотмай. Туҡтайбыҙ инде. Сөнки йә ҡайтҡанда, йә киткәндә мотлаҡ һуғылып китә торған урын ул Бөрйәндә...

Быйыл ғинуар айында ҡайтҡанда ла инәйемдең йорто янында туҡтаныҡ та аптыранып ултырабыҙ. Бынау ауырыу ваҡытында оло кеше янына инеүе лә ҡурҡыныс. Ғайсар ҡустым ғына:
- Битлектәрегеҙҙе кейегеҙ, инәйемде күрмәйенсә китмәйбеҙ инде, - тип машинанан төшә башланы. Беҙ, Ғәйфулланың биш балаһы, шатланып, уға эйәрәбеҙ. Инәйем һәр беребеҙҙе ҡосаҡлай, ярата.
- Мынау йәшемә етеп, коронавирустан ҡурҡып тормайым инде, үҙен ҡурҡытам мин уны, - тип беҙҙе көлдөрә. Атайым менән әсәйебеҙгә аят уҡытып ҡайтып барыуыбыҙға һөйөнә, беҙҙең менән ҡайта алмаған Данил туғаным өсөн борсола, һәр беребеҙҙе тыңлай, көлә.

Һуңғы осрашыу булған ул... Теремек кенә, үҙ аяғында йөрөп ятҡан инәйемдең был яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеүенә ышаныуы ла ҡыйын. Йома көндө Гүзәл ейәнсәрен Өфөгә оҙатырға, балаларын йыйырға булып, бешерер ризыҡтарын хәстәрләп, мәңгелек йоҡоға талған инәйем. Ризыҡ, тигәндәй, инәйемдең өҫтәленән ризыҡ өҙөлмәне. Туҡһанға етеп барған инәйем майҙа йөҙҙөрөп пирожкиһын да, ҡабартып күмәсен дә бешерҙе, күп төрлө ҡайнатмаһын да әҙерләне. Бер-ике йыл элек Оксана һеңлем Бөрйәндән килгәс, инәйем нисек, тигәнгә, салаттарын банкаларға япҡан, компоттары теҙелеп тора, сәләм әйтте, тигәс, минең ҡышҡа бер нәмәм дә әҙер түгел, тип эш башлағайным.Ул бер ҡасан да ҡартмын тип ултырманы. Ҡупшы булды, һәр ваҡыт зауыҡ менән кейенә ине. Юғары ҡан баҫымы менән этләнһә лә, ауырыйым, тип әйтмәне. Йортонан өҙөлмәгән кешеләрҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ, киң күңел менән ҡаршы алды, оҙатты. Кешенең йәшенә ҡарап һөйләшә, кәңәштәрен бирә ине. Әсәйем вафат булғас, ике айлыҡ ҡустымды, мин йәйге сессияны биреп ҡайтҡансы, Мөниә инәйем бер айға алып ҡалды. Ҡайғынан шаңҡып ҡалған мәлебеҙҙә беҙҙең өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тырышҡан инәйебеҙгә, Хәлиҙә апайыбыҙға рәхмәтлебеҙ.

Күстәнәстәрегеҙҙе балаларҙы ашҡа әйтеп ауыҙ иттерҙем әле, тиер ине. Ябай ғына күренеште лә беҙгә, балаларына тәрбиә итеп бирә белде.

Атайымдың бер туған ағаһы Сәйфулла бабайым эшләгән осоронда алыштырғыһыҙ бухгалтер булды. Инәйем менән матур, кешегә ҡарата ипле, кешелекле балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Кәбир улының Таһир ейәненә килен әйттереп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең үҫкәнен күрергә насип булды.

Изге кеше булды инәйебеҙ...
Читайте нас: