«Һин миңә компьютерыңдан бер бит ҡағыҙ сығарып бир әле, яҙыуы ошолайыраҡ булһын: “Был өйҙә Бөйөк Ватан шағиры йәшәне”.
Инсур Йәһүҙин (Артур) тигән исемде ишетеү йә телгә алыу менән Таң” гәзитенең шиғри күңелле, һис моңая белмәҫ мөхәррире күҙ алдына килеп баҫа. Бер урында ултырып көй тапмаҫ тынғыһыҙ, иртәгәне ҡайғыртып йәшәй белеүсе, ҡыҫҡаһы, алдынғы ҡарашлы кеше булды ул. Республика баҫмалары әле ул ваҡытта ҡурғаш менән баҫылғанда, районыбыҙҙың “Таң” гәзите компьютерҙа йыйылып, офсет ысулы менән сыға ине.
Үҙ мөхитенә генә сумып йәшәй белмәгән И. Йәһүҙин район гәзите биттәрендә әҙәби әҫәрҙәргә урын сикләмәне, хаттар бүлегенә ҡәләм тирбәтеүселәрҙән хаттар килеү өҙөлмәне, күптәренең шиғыр-хикәйәләре ташҡа баҫылды.
...Рухың алдында баш эйеп, Инсур Ғәззәле улы, әҙәбиәтте, ижадыңды һөйөүселәр, шиғриәтеңде үҙ итеүселәр 70 йыллығың тулған көндәрҙә һине ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ... Иҫән булһаң, 70 йәшлек юбилейыңда, ғәҙәтеңсә, атлап түгел, осоп йөрөгән булыр инең...
“Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Яраһыҙ һағыш”ыңды тағы ла ҡулға алдым. Бер тында уҡып сығыла торған китап ул. Иҫтәлеккә бирелгән был китабың да, ҡат-ҡат ҡарай торғас, туҙа башлағандай. Күңел ғазаптары, килер быуын өсөн йәнеңдең һыҙлап-әрнеүҙәре, ер, ил яҙмышын хәстәрләүҙәрең, мөхәббәт, тип янып, өҙөлөп йәшәүҙәрең сағыла ижад иткән әҫәрҙәреңдә. Әйтер һүҙең дә ябай, әҙәби ҡанундарға ярашлы, сөнки күҙ күрер ҙә аң етер образдар аша йырлы тел менән ижад ителгән улар.
65 йыллығыңа ҡарата яҙылған бер шиғырым да бар ине, әле яҙылғандай ҡабул итерһегеҙ...
Кемгәлер һин аңлашылмаҫ булдың,
Алмашынмаҫ булдың күптәргә.
Яңғыҙлыҡҡа һәр саҡ дауа эҙләп,
Ҡарашыңды аттың күктәргә.
Күк ни, шул уҡ...
Яна йондоҙҙары,
Шул уҡ ҡояш ҡарай, шул – ай ҙа.
Йырҙарыңды күктән тапҡанда ла,
Ерҙә көй тапманың шулай ҙа...
Һуҡыр шәмдән йырҙар һығып алһаң,
Моңон ҡуштың айҙың үҙенән.
Төндәреңдә - йөҙөң һағышлы ай,
Таңға баҡты ҡояш йөҙөңдән.
Ҡәҙерләүең икмәк һынығын да
Һыр бирмәүҙең ине билдәһе.
Хыялдарың яҡты булғанда ла,
Тап киреһе булды өндәрең.
”...Ашҡыныуҙар һәләкәткә илтә”... –
Был йыр ҙа бит ине күптәнге.
Талпынып та гелән ашҡындың һин
Бәхет ҡошон көтөп күктәге.
Бөйөк Ватан шағирымын, тинең...
Кем әйтмешләй, эйе – үҙеңсә.
Өйөң дә юҡ хәҙер, таҡтаташ та...
Барманы тик тормош һинеңсә!..
...Бер мәл редакцияға Инсур Йәһүҙин үҙе килеп инде. Йомошом бар ине һиндә, ти был. Хәлемдән килерҙәй булһа, әйҙә, тинем, шаярта биреп. «Һин миңә компьютерыңдан бер бит ҡағыҙ сығарып бир әле, яҙыуы ошолайыраҡ булһын: “Был өйҙә Бөйөк Ватан шағиры йәшәне”. Ул нимәне аңлата, нәмәгә ул һиңә, тим. Яуабы ла ҡыҫҡа ине. «Һуң, ти, хәҙерге шағирҙар, һуғышта ҡатнашҡандай, һау-сәләмәт килеш үләләр ҙә китәләр йә юғары наградалар алып йәшәй бирәләр». Сығармаҫҡа ла иҫәп бар ине, һин эшләмәһәң, башҡа берәй художниктан ташҡа яҙҙырып алам, тигәс, көлөштөк-көлөштөк тә, ахыры, сығарып бирергә тура килде...
Инсур Йәһүҙиндең бер шәлкем шиғырҙарын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Бер шиғырҙан һуң уйланыу
Тыуған ерме инде урман ғына,
Тауҙар ғынамы һуң тыуған ер?
Киң күңелең бары шунан тулһа,
Тау-урманын үткән нимә тир?
Йылға-күлем бар, тип ҡупайғанда
Тотош диңгеҙ кискән үпкәләр.
Ниңә инде дәүҙән маһайырға,
Ҡолап китәбеҙ бит сүпкә лә.
Күкрәк һуғып,
“Ерем” тигәс кенә,
Артыр микән уның ҡәҙере?
Бетеү итеп алһаң тупраҡҡайын,
Һыйынырға ул һуң әҙерме?
Тик булмышың ғына хаҡты ҡуя,
Хөрмәтле бул, йылдар юймаған.
Илдән сығып һине белмәһәләр,
Тыуған ерең, тимәк, булмаған!..
* * *
Тыуған ерем!
Һинең күкрәгеңә
Иҫһеҙ-йәнһеҙ бер мәл йығылһам,
Был – үлемем түгел, Ә бары тик
Һуңғы тыным һиңә һыйынған.
Аяҡ теймәҫ юл да фәрештәнән –
Ҡайын араһынан һалған юл.
Зыяратым һиндә яра булмаҫ –
Мин бар ине тигән тамға ул.
* * *
«Халҡым!» тиеп әйткән саҡтарыңда,
Йөрәгеңдең тыңла тибешен:
Ҡан тамыры буйлап үткән һулыш
Булмышыңа тура килешме?
Һинең һүҙең, эшең, фиғелдәрең
Донъялыҡтан микән яралған?
Әсәйеңде «Әсәй» тип әйткәнең
Телең-йәнең булып таралған?
Уралың да булған олатайҙың
Ырыҫынан бармы тамсыһы?
(Онотма һин, Хоҙай тәҡдир өнәп,
Йәшен итә утлы ҡамсыһын).
Халҡым, тиһәң, уйла үҙ ғаиләңде,
Үҙ ғаиләң халыҡ, һин барҙа.
Йөрәгеңдең тибешенән тыуған
Балаң булһын алға юл барлар!
ИР КЕШЕ
Эй, был донъя...
Ағы-ҡараһы ла
Һыйып ята ярҙан ярғаса.
Бер уйлаһаң – иҫ китерлек түгел:
Саңға ысыҡ төшә, ҡарға – саң.
Иҫ китерлек түгел,
Таҡыр юлдар
Барыбер ҙә борма-бормалы.
Нисек кенә тауҙар бейек булһын,
Түбәһенә баҫып тормалы.
Үлмәм, тигәндән дә донъя ҡала,
Онотолмай ҡай бер үлгәндәр.
Яҡшынан да, хаттин ямандан да
Тупраҡ артып ҡала күмгәндә.
Һәүетемсә, Бөтә камил кеүек,
Сиселеп тә бөткән сер ише.
Ләкин ниңә әйтер һүҙе бөтһә,
Иҫен юйып ауа ир кеше?
* * *
Минең милләтем – шағир.
Әйткән һәр бер һүҙем – үҙем,
Аңлашыла һәр кемгә.
Тәржемәсе кәрәк түгел,
Йырға көйләнгән телгә.
Минең милләтем – шағир,
Аҙ һанлы минең халҡым...
Ләкин өлкән халыҡтарҙың
Күңеленә ул яҡын.
Минең милләтем – шағир,
Мәңгелек минең милләт.
Доға һымаҡ булһын һүҙем,
Шиғырҙар яҙмыш –
Ҡиммәт.
* * *
Берәй заман,
Ташып бәхеттәрҙән,
Күңелдәрем тулып һыҡтаһам,
Әйтерһегеҙ, бәлки:
“Ҡайғыларҙа
Нисек икән, нисек сыҙаған?”
Берәй заман,
Батып һағыштарға,
Һығылып та китеп моңланһам,
Әйтерһегеҙ микән:
“Күпме йыр бар,
Ниңә шуны һаман тоймаған?”
Берәй заман,
Һағыш, бәхет бергә
Йөрәгемде телеп, ҡолаһам...
Әйтерһегеҙ, ахыры:
“Сирҙә түҙҙе,
Тик мөхәббәт йәлләп тормаған”.
* * *
Тиҙәктең дә ҡәҙере бар,
Бысранмаһын – тапамайҙар.
Һәр кем уны урап үтә,
Хатта аша атламайҙар.
Йәтешләп өйөп ҡуялар,
Ҡойма ҡуйып ташламайҙар.
Эй, донъяның камиллығы!
Тәртибе бар, ғәҙәте бар.
Ҡәҙерһеҙ тип баһаланған
Һаҫыҡтың да хәжәте бар.
ЮЛДАР
...Ә юлдар ни,
Әлеге шул
Юлдыр инде – киң, таҙа.
Эркелешеп барып була,
Баҫып ҡуйһаң да яҙа:
...Ә һуҡмаҡтар –
Һуҡмаҡ һаман:
Юғала ла, күренә.
Унда берәмләп атлайһың,
Сөнки тауға үрелә.
* * *
Мин һине һайлап алманым,
Мин һине эҙләп таптым.
Бөтә йыһанды балҡытып
Йондоҙом янған саҡты
Һәр саҡ күрҙем төштәремдә,
Өтөлдөм өндәремдә.
Ҡояшты көндөҙ күтәреп,
Йыһандың сөмгөлөндә,
Һыйҙырам ҡосағыма.
Зинһар, мине ҡуҙың итсе,
Янғанда усағыңда.
Үлер инем һинең ҡосаҡта...
Рәми Ғарипов.
...Ә мин хатта һинһеҙ үләлмайым,
Үлер өсөн кәрәк ҡосағың.
Ясин кеүек кәрәк иркә һүҙең,
Һөйгәнеңдә кәрәк ут сағың.
Мин һуңлаһам, кәрәк көйөнөүең,
Йылы ашың кәрәк ҡайтҡанда.
Серең кәрәк әле сиселмәгән,
Беҙ белмәгән таңдар атҡандай...
...Ҡарашыңдан йөрәк дөрләп яна,
Һин йәнемдер инде былай ҙа.
Йыһанымдан китһә был ҡиммәттәр,
Тере булыуымдан ни файҙа?!
* * *
Һинһеҙ килә бына нисәнсе яҙ,
Ҡырпаҡ ҡарҙай муйыл сәскәһе.
Ошо ап-аҡ бурандарҙы кисеп,
Ғүмер түгә, түгә йәштәрен.
Гөрләүектәр ярған бураҙна бар,
Гөрләүектәр йырған ярҙар бар.
Мин онотмаҫ өсөн ошо бер миҙгелдә
Ғашиҡ ҡоштар ҡайтты –
Йырҙар бар.
Һинһеҙ килә бына нисәнсе яҙ,
Һинһеҙ килә кеүек мәңгелек.
Ләйсән яуыр инде,
Йәйҙе көтмәҫ,
Йәшен йәшнәй бары... хәл белеп.
* * *
Һыйманым мин
донъяғыҙға,
Үҙемдең донъя булғас.
Күпселек мине маҡтаһа,
Беләкле мине ҡыуғас.
Һыйманым мин һыйығыҙға,
Дәрәжә менән табын.
Тимерсенең малайы мин,
Ни ҡалһа – шунан ҡабын.
Һыйманым мин...
Юҡ!
Үпкәм юҡ,
Үрҙәмен юлым барҙа.
Сөнки һеҙ ҙә һыймайһығыҙ,
Мин һыйыр урындарға...
* * *
Ҡоламаным
ерҙең өҫтөнә мин,
Ер һонолдо аяҡ аҫтыма.
Ул күтәреп мине Йыһан гиҙә,
Төпкөлдәрҙән барам яҡтыма.
Йондоҙҙарға барам,
Ҡосағыма
Ғаләм уты – Ҡояш һыйына!
Моң йоҡмаған һүҙҙәр боҙ һымаҡ та,
Бешмәгәнлек миңә тыйылған.
Ни булһа ла, ниндәй хәлемдә лә,
Ер күтәрһен шулай үҙ итеп.
Мин йәшәрмен унда –
Бөрйәнемдә,
Ташлы тауҙарын да түр итеп!..