Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Март 2021, 16:50

26 март—журналист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Инсур Ғәззәле улы Йәһүҙиндең тыуыуына 70 йыл.

Йөрәгендә бөркөт саялығы ине…Ерҙән китмәгән дә,Ергә төшмәгән дә,Ер юлдашы һымаҡ йәшәнем, тип яҙғайны бер шиғырында. Ысынлап та, бик ҡабаланып йәшәне, йүгереп йөрөп эшләне, ашығып-ашығып яҙҙы, алға ҡуйған пландары ла ҙур ине.

Йөрәгендә бөркөт саялығы ине
…Ерҙән китмәгән дә,
Ергә төшмәгән дә,
Ер юлдашы һымаҡ йәшәнем, тип яҙғайны бер шиғырында. Ысынлап та, бик ҡабаланып йәшәне, йүгереп йөрөп эшләне, ашығып-ашығып яҙҙы, алға ҡуйған пландары ла ҙур ине.
Иҫке Мөсәт ауылы хәҙер, берәү әйтмешләй,“ярҙан-ярға” ята, йәғни тауҙан-тауғаса уңайлы булған ерҙәрҙе биләп, йәштәр матур-матур йорттар һалып бөттөләр, ауыл ҙурайҙы, хатта Янһарыға барып тоташты. Ә элек бер осонан икенсе осо күренеп торған бер урамлы ғына ине. Ошо кесерәк кенә ауылдың ябай ғына ғаиләһендә 1951 йылдың 26 мартында ир бала донъяға килә. Инсур тип, яңғырауыҡлы исем бирәләр балаға. Теремек бала бәләкәйҙән ҙур кеше һымаҡ донъяға баға, ғәмгә сыға, малай ғына сағынан атаһы Ғәззәле ағайҙың тимерлегендә соҡона, шул илаһи ваҡыттарҙа күңелендә тәүге шиғыр юлдары бөрөләнә. Һуңынан етди шиғыр булып ярала:
Ете класс,
Коридор һәм яҙмыш—
Уның алған бөтә белеме.
Сүкей торғас, даға итер ине
Осҡон сәскән тимер телемен.
Һабан тартҡан атты дағалап та,
Ҡыуанмаған атай тигенгә:
Ғилем еккән заман булмаған шул,
Һыуһаған саҡ булған ғилемгә.
Тайпаҡты ла тоймай ат ҡуҙғалған,
Ике аҙым, инде—бер аҙым.
Даға эҙе менән башланған бит
Һабантуйҙар көткән һәр яҙым.
Унан һуң да белем эләкмәгән—
Күрек кеүек ябай был заман.
Ләкин дағаларҙы атай һымаҡ
Сүкей белгән кеше юҡ һаман.
Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килеп, тормош юлдары бөтөнләй икенсе юҫыҡта киткән, бәхеттәре тик эштән генә булған оло быуындарыбыҙҙың уртаҡ яҙмышы ярылып ята был шиғырҙа. Тик зарланыу белмәгән ул быуын, икмәк тәмен намыҫлы һәм тырыш хеҙмәттә татып йәшәгән. Атай һымаҡ оҫта булып, тормошта үҙ урыныңды табып, тик үҙ юлыңдан ғына китергә, тип уйланымы икән ул саҡ үҫмер, ә шулай ҙа атай тимерлегендәге илһамлы мәле үҙенең киләсәген намыҫлы һәм илгә кәрәкле хеҙмәт кешеһе итеп күрергә хыялландырғандыр. Тиккәме ни, һигеҙенсене бөткәс Учалылағы һөнәрселек училищеһына барып инә. Үҙен ҡеүәтле тракторҙа бураҙналар ярған, иген үҫтергән әрһеҙ хеҙмәт кешеһе итеп хис итә. Был изге эштә лә ул һис һынатмаҫ ине, әммә уға аллаһы тәғәлә тәғәйенләгән юл бүтәнсә була, ижад майҙанында аҡҡа ҡара ябай ҡәләм менән һутлы бураҙналарҙай итеп шиғыр юлдары һалыу, дағаларҙы оҫта сүкегән атай һымаҡ, хоҙай бүләге булған һәләткә тоғро ҡалып, барлыҡ тырышлығың менән үҙеңде ижадҡа бағышлау. Әйткәндәй, тракторға уҡығанға тиклем, малай ғына сағынан район гәзите тупһаһын тапай Инсур.
Алтмышынсы йылдарҙа район гәзитендә эшләгән, хәҙерге күренекле шәхес, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар И. Йәһүҙин хаҡында бына нимәләр яҙа: “Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡтарында ебәргән хәбәрҙәрен, унан инде шиғырҙарын баҫтырып, бынан эш сығыр тип, һәр саҡ күҙ уңында тоттоҡ уны.”
Тыуған, бала сағы уҙған йәнтөйәге лә ожмахтай бит әле Инсурҙың, аңыңда тарихтарҙы аҡтарыр ғорур Инсебикә ҡаяһы, йөрәгеңә бөркөт саялығы бөркөп, бейек осоштарға рухландырыр мөһәбат Баҙал, Мәсем тауҙары һәм күңел түреңдән йыр, шиғыр урғылдырыр моңло, йәмле Ағиҙел йылғаһы буласаҡ шағирҙың тыуған йортонан күҙ күреме генә арала ята. Шуларҙан илһам алған үҫмер, йәйге каникул ваҡыттарында иптәштәре тәбиғәт ҡосағына тәгәрәп китеп уйнарға, ял итергә сыҡһа, йәш ҡәләмсе район гәзите редакцияһына йүгерә, отпускаға киткән гәзит хеҙмәткәрҙәре өҫтәле артына ултыра, тынғыһыҙ журналист эшенә тәүге һынауҙар тота. Ул саҡтағы мөхәррир Абдулла ағай Юлмөхәмәтов: “Инсур малай ғына сағынан беҙҙә эшләп йөрөнө, гәзит эшен ныҡ яратты, бик сос ине, үҙен өлкән кеше һымаҡ тотоп, кешеләр менән ҡыйыу һөйләшә белде, информациялар йыйҙы, мәҡәләләр яҙҙы, типографияла ҡул менән хәреф йыйыуҙа ла, гәзит баҫыуҙа ла ярҙамлашты,”—тип һөйләр ине.

Учалыла һигеҙ ай уҡып ҡайтҡас, тракторҙа практика үтеп кенә өлгөрә курсант, редакцияға саҡырып алалар:”Һиңә, егет, уҡырға кәрәк, тракторҙы һинһеҙ ҙә йөрөтөүселәр табылыр, унды бөтөрөргә кәрәк,”—тиҙәр. Олпат ағайҙарының һүҙен тыңлап, көҙгә Иҫке Собханғол урта мәктәбенә барып уҡыуын дауам итә егет, ә инде унынсыны тамамлауға армияға барырға ла йәше еткән… Хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, ыңғай “Таң”ға юллана. Урындағы радио тапшырыуҙар мөхәррире булып китә. Унан гәзиткә күсә. Журналистикаһы менән бергә шиғриәте лә йылдам үрелеп бара. Шиғырҙарын район гәзитендә йыш баҫтырһа, республика матбуғатында ла донъяға сығаралар. Бөтә кешегә лә оҡшап буламы ни, Инсур Йәһүҙин әллә ҡалайыраҡ ҡына итеп яҙа ла ҡуя, ҡайһы саҡ шиғырҙарын тәү уҡығандан аңлап та булмай, тиеүселәр ҙә булды. Атаһының улы бит ул, үҙе белеп кенә “сүкер” ине шиғырҙарын, үҙенсә, үҙенсәлекле яҙҙы. Шағир поэтикаһының асылы, философтарса фекер төйнәй белеү сере лә бәлки, шундалыр. Хәсән Назар был тәңгәлдә лә үҙ фекерен асыҡ белдерҙе:” Инсур Йәһүҙин шағирҙар йәнен фиҙа ҡылып хеҙмәт иткән шиғриәткә үҙ тауышы менән килде.” Ә Инсурҙың шиғырҙарын, барыбер уҡыйҙар, аңлайҙар, яраталар, яттан һөйләүселәр ҙә бар. Башҡорт теле уҡытыусылары ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылары менән шағирҙың ижады буйынса конкурс эштәре лә башҡаралар.

Етмешенсе йылдар урталарында И. Йәһүҙин ситтән тороп Свердловскийҙағы Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Ул ваҡытта КПСС райкомында инструктор булып эшләп йөрөй. Тиҙҙән йәнә яратҡан матбуғат эшенә ҡайта—“Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы, Белорет, Бөрйән райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып китә. Йөҙөп йөрөп эшләй тәжрибәле журналист, өс район буйынса проблемалар күтәргән, хеҙмәт алдынғыларын данлаған мәҡәләләре, очерктары республиканың алдынғы матбуғат баҫмаһында даими донъя күрә, шағир ғына түгел, үткер ҡәләмле журналист булараҡ та танылыу ала. Унан Бөрйәненә ҡайтып район гәзитендә мөхәррир булды. Һуңынан төрлө ойошма, учреждениеларҙа яуаплы вазифаларҙа эшләне. Шуныһы үкенесле, пенсияға йәше еттем генә тигәндә, бынан ун йыл элек дуҫыбыҙҙың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтаны.

…Ерҙән китмәгән дә,
Ергә төшмәгән дә,
Ер юлдашы һымаҡ йәшәнем, тип яҙғайны бер шиғырында. Ысынлап та, бик ҡабаланып йәшәне, йүгереп йөрөп эшләне, ашығып-ашығып яҙҙы, алға ҡуйған пландары ла ҙур ине. Һәр саҡтағыса теремек, тормошто, Бөрйәнен, кешеләрен бөтә йөрәге менән һөйгән, ғүмерен, ижадын яҡташтарына бағышлаған шәхес булды.

Тормош хәле—тормош хәле инде,
Минән дә бер ҡалыр донъяһы.
Кемгә генә кәртә булмаған һуң,
Зыяраттың ташлы ҡоймаһы.
Берәү шул саҡ, бәлки, маҡтап һөйләр:
--Арыу кеше ине, әрәм бит…
Берәү әйтер, кисер, тигән кеүек:
--Хаталанған ир ҙә әҙәм бит…
Ә дуҫтарым,
Һеҙгә, имен саҡта,
Үтенесте әйтеп ҡуяйым:
Ҡайғырмағыҙ,
Йәки маҡтамағыҙ,—
Мин үлгәс тә Инсур булайым.
Берәүегеҙ торһон ҡурай уйнап,
Берәүегеҙ шиғыр уҡыһын, тип тә яҙғайны, һулар һауаһы һымаҡ шиғриәткә ғашиҡ уҙаман, бер шиғырында. Хатта шиғыры аҫтына исеменең һиндса Кеше тигән һүҙ булыуын да теркәгәйне. Эйе, бына тигән Кеше ине, СССР, Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союздары ағзаһы, тиҫтәләгән китап авторы, шағир Инсур Йәһүҙин.
Читайте нас: