Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Июнь 2020, 19:15

ХӘТЕР КӨНӨ

Һуғыш башланған көн. Хәтер көнө –Мамыҡ осорған көн тирәктәр.Яуҙа йөрөп илгә имен ҡайтҡанВетерандар хәҙер һирәктәр.Хәтер көнө. Хәтәр көнө йылдыңБулған етмеш биш йыл бит әүәл.Ватаным бит Оло Еңеү өсөнУл-ҡыҙҙары менән түләгән.

Һуғыш башланған көн. Хәтер көнө –
Мамыҡ осорған көн тирәктәр.
Яуҙа йөрөп илгә имен ҡайтҡан
Ветерандар хәҙер һирәктәр.
Хәтер көнө. Хәтәр көнө йылдың
Булған етмеш биш йыл бит әүәл.
Ватаным бит Оло Еңеү өсөн
Ул-ҡыҙҙары менән түләгән.
Хәтер көнө. Ерҙе сәскә япҡан,
Бәрхәт кенә сағы үләндең.
Том-том китаптар ҙа һыйҙыралмаҫ
Беҙҙең ата-баба күргәнде.
Һуғыш сыҡҡан көн ул – Хәтер көнө,
Данлы-шанлы йылдар ауазы.
Һуғыш бөтмәй, тиҙәр, ҡуйылмаһа
Һуңғы һалдат үткән яуҙағы...
Хәтер көнө. Иҫкәртеүсе набат,
Киҫәтә ул: “ Яу ҡупмаһын ҡабат!”
Хәтер көнө. Йөрәк тибеше ул –
Ҡабатлаусы беҙгә:” Гел уяу бул!”
Хәтер көнө. Хәтерендә илдең:
Күҙ йәше лә, шатлыҡ йәштәре лә.
Етмеш бишенсегә Еңеүсегә
Миҙал булып ҡояш күтәрелә...
Читайте нас: