Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Март 2020, 16:00

Ялҡынлы йөрәк

Төндә икешәр сәғәт сиратлап дежур иттек. Усаҡҡа утынды алдан әҙерләп ҡуйғайныҡ. Палаткала инде тәмле итеп йоҡлап ятһам, миңә тиклем дежурҙа булған ҡыҙыҡай аяғымдан тарта. Шул төндө мәңге онотмайым.

Төндә икешәр сәғәт сиратлап дежур иттек. Усаҡҡа утынды алдан әҙерләп ҡуйғайныҡ. Палаткала инде тәмле итеп йоҡлап ятһам, миңә тиклем дежурҙа булған ҡыҙыҡай аяғымдан тарта. Шул төндө мәңге онотмайым.
“Ижад кешеһе һымаҡ төш, ижад кешеһе һымаҡ төш!” – мәктәпкә фотограф килгәс, Марат ағай атайымдың кабинетына әллә нисә инеп сыҡты. Уҡыу алдынғыларын стенд өсөн фотоға төшөрәләр ине. Барыбер түгелме икән ни уға? Юҡ, уҡытыусым мине ҡырыныраҡ ултыртты, бер яҡ ситкәрәк ҡарарға ҡушты, ирен сите менән генә йылмайтты. Мин уңайһыҙланып шыбыр тиргә баттым. Атайым көлөп ебәрҙе.
Бына шулай әҙерләне киләсәктә шағирә булыр кешене Марат Ғизетдин улы. Нисек үҙенсәлекле әҫәрҙәр ижад итергә, тәрән мәғәнә һалырға, образлы фекер йөрөтөргә кәңәштәр биреүҙән тыш, халыҡ араһында үҙеңде нисек тоторға ла өйрәтте. “Йыйылыштар булһа, тәүҙә кешеләрҙе тыңла. Ҡапыл ғына тороп хәбәр һөйләмә. Кешенең ни уйлағанының айышына төшөн. Ҡайһы саҡ өндәшмәй ҡалыуың да файҙаға булыр”, – тине ул. Походта йөрөгәндә уйланып китеп аяҡ аҫтына ҡарап бара башлаһаҡ, йүгереп килеп етеп: “Аяҡ аҫтына сусҡа ғына ҡарап йөрөй, ем эҙләп. Башығыҙҙы күтәреп йөрөгөҙ. Тирә-яҡҡа күҙ һалып!” – тип әйтеп китә ине. Шиғырҙы тасуири уҡырға ла ул өйрәтте. Бер мәл мәктәптә шиғыр һөйләүселәр конкурсы булғайны, Рәғиҙә Әйүпова (Рәғиҙә Истәкова, филология фәндәре кандидаты) - беренсе, мин икенсе урынды яуланым. Самат Ғәбиҙуллиндың “Шаңдаҡ” исемле шиғыры ине ул. Әле лә яттан һөйләй алам, сөнки күңелемә ныҡ яҡын, хатта йәшәү өсөн девиз итеп алмалы әҫәр!
Мәктәптә уҡыу дәүерендә ике тапҡыр Шүлгән мәмерйәһенә тиклем ағып төшөргә насип булды. Уҡытыусыбыҙ ярҙамында үҙ ҡулдарыбыҙ менән катамаран эшләнек: ел тултырылған ҙур камералар өҫтөнә таҡталар йәйеп һалдыҡ. Уға “Тулҡын” тип исем ҡуштыҡ. Тәүге тапҡыр 7-се кластан һуң, икенсе тапҡыр 9-сы кластан һуң сәйәхәт ҡылдыҡ.
Беренсе тапҡыр июнь башында етәксебеҙ менән ун уҡыусы юлға сыҡтыҡ. Таң һарыһынан Иҫке Монасиптың Кепес яғынан ағып киткәйнек, Тимер ауылына көндөҙ барып еттек. Катамарандың моронон ярға, ҡырсынға төртөп, клубҡа йүнәлдек. Унда халыҡ йыйылып, беҙҙе көтә ине. Башта Марат Ғизетдинович тәбиғәтте һаҡлау тураһында доклад һөйләне, шунан беҙгә һүҙ бирҙе. Ҡайһыбыҙ мәҡәлә, ҡайһыбыҙ шиғыр, нәҫер йә хикәйә уҡыны. Барыбыҙҙың да сығышы тыуған тәбиғәтебеҙҙе данлау, уны күҙ ҡараһындай һаҡлау тураһында барҙы. Тимерҙәр ныҡ ҡәнәғәт булды. Бала-сағаны ла шулай диҡҡәт менән тыңлағандарына, әҙәмгә һанап әңгәмәләшеүҙәренә хайран ҡалдым.
Төндә икешәр сәғәт сиратлап дежур иттек. Усаҡҡа утынды алдан әҙерләп ҡуйғайныҡ. Палаткала инде тәмле итеп йоҡлап ятһам, миңә тиклем дежурҙа булған ҡыҙыҡай аяғымдан тарта. Шул төндө мәңге онотмайым. Йондоҙло асман. Усаҡҡа ара-тирә сыбыҡ-сабыҡ ырғытабыҙ ҙа, иптәштәребеҙҙе уятмаҫҡа, шыбырҙап ҡына һөйләшәбеҙ. Йылғала ағас күләгәләре талғын елгә тирбәлә. Шул күләгә лә шыртлата. Ҡолаҡ ҡарпайған инде. Шылт иткән тауыш ишетелһә лә йөрәк жыу итеп ҡала. Һыҙылып ҡына йылға өҫтөнә аҡ таҫма булып яҡтылыҡ йәйелә башлауға икенселәргә сират етте. Беҙ, уларҙы уятып, палаткаға сумдыҡ. Бына ниндәй яуаплылыҡ тойғанбыҙ үҙебеҙҙә! Ҡурҡмаҫҡа, батыр йөрәкле булырға өйрәткән уҡытыусы.
Ул осорҙа Шүлгән мәмерйәһен тимер рәшәткәләр менән ябып, йоҙаҡлап ҡуйғайнылар. Беҙҙе был да аптыратманы. Шүлгәнгә етәрәк туристар туҡтаған ергә урынлашып, ашарға бешерҙек. Ҡараңғы төшмәҫ элек Марат ағай эргәһенә әллә ниндәй ағайҙар килеп, һөйләшеп ултырҙылар. Яҡтырыр-яҡтырмаҫтан Марат ағай уятты. Йәһәт кенә ҡапҡылап алдыҡ та, ысыҡ ярып мәмерйә яғына киттек. Ағас артынан айыу килеп сығыр һымаҡ, эй шөрләтә инде, шулай ҙа һыр бирмәйбеҙ, шым ғына атлайбыҙ.
Бәләкәс кешеләр ни, бейек тимер ҡоймаға маймыл һымаҡ үрмәләп мендек тә киттек, аша сығып мәмерйә эсенә тупырҙашып барып төштөк. Үҙебеҙҙең күләгәнән, үҙебеҙҙең тауыштан ҡурҡабыҙ, тик белдермәйбеҙ. Шыйғалаҡ һуҡмаҡтан тая-тая байтаҡ атланыҡ. Марат ағай көслө фонаре менән алдан яҡтыртып бара ла, беҙҙе туҡтатып, шомло тауыш менән тарих һөйләп ала. Күп нәмәләр белдек ул таңда. Шүлгәнде өйрәнеп, барып етерлек еренә етеп, ҡыҙырып килеп сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙе еңеүсе һымаҡ хис итеп, кешеләр уянмаҫ борон уҡ туҡталҡабыҙға ҡайтып төштөк.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 20 март һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: