Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Октябрь 2019, 17:19

Серле шиғриәт илсеһе ине...

Шағир Самат Ғәбиҙуллиндың шиғриәтенән тәьҫоратланған бер апайҙың: “Самат – Бөрйәнебеҙҙең бөйөк яҙыусыһы”, – тигәне хәтерҙә. Тик ағай үҙен бер ваҡытта ла бөйөк һанаманы, яп-ябай, ҡәҙимге кеше булып ҡалды.

Шағир Самат Ғәбиҙуллиндың шиғриәтенән тәьҫоратланған бер апайҙың: “Самат – Бөрйәнебеҙҙең бөйөк яҙыусыһы”, – тигәне хәтерҙә. Тик ағай үҙен бер ваҡытта ла бөйөк һанаманы, яп-ябай, ҡәҙимге кеше булып ҡалды. Ҡайҙалыр үҙен данлап һөйләй башлаһалар: “Ҡайһылай килештереп алдайҙар,” – тине лә ситкә шылды йәки тиҙ генә “трибун”ды туҡтатып, һүҙен икенсе йүнәлешкә күсертте.
Үҙемә лә шағирҙан эләккәне булды.
Мораҙым мәктәбендә эшләгән сағымда ауыл клубында әҙәбиәт кисәһе уҙғарҙыҡ. Унда Самат ағай яҙыусы Әмир Әминев менән шағир Рауил Шаммасты алып килде. Кисәне алып барыусы булараҡ, халыҡты яҙыусылар менән таныштырғандан һуң, Самат ағай хаҡында күберәк сөсөләнә башланым, шикелле, бер ваҡыт эргәмдә ултырған ағайым еңемә йәбешеп: “Тррр, йүгәнеңде тарт! Бында төп геройҙар Өфөнән, һүҙҙе уларҙың ижады, ғөмүмән, әҙәбиәт хаҡында алып барайыҡ”, – тимәһенме.
Шулай, Самат ағай үҙен бер ваҡытта ла маҡтатманы, мине сәйнәгәнсе, шиғырҙарымды уҡығыҙ, тиер ине.
Әммә бөгөн уның хаҡында саҡ ҡына һөйләп алһам, яҙыҡ булмаҫ, шағирҙың рухы рәнйемәҫ, тим.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: