Швейцария, тиҙәр Бөрйәнемде
һәм «икенсе» тип тә ҡуялар.
Әле лә аҙ түгел тауҙарымда
«Швейцария» эҙләп йөрөгәндәр.
Берүк, заман, шундай әҙәмдәрҙе
Алыҫ йөрөт әле Бөрйәндән.
Мең йылдарҙы һалып баш аҫтына,
Тарих серем итә Шүлгәндә.
Ә ниндәйҙер ғилем әһелдәре
Капованы эҙләп килгәндәр.
– Экзотика! – тимә, шул тарихты
Булдыра алһаң, уҡы туҡталып.
Тауҙары таш түгел, уҡмашҡандар
Әсе тирҙән, ҡандан, күҙ йәштән.
Монарланып ятҡан Юрматауҙың
Һәр киртләсе – изге бер кәштә.
Мәсем менән Баҙал күкрәгенә
Уйылып ҡалған Һәүбән эҙҙәре.
(Һуҡмаҡтағы һәр бер даға эҙен
Мин үбергә әҙер теҙләнеп.)
Шул сатҡыны күрә алһа ғына
Ултыртыр ул түргә ҡунаҡты.