Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Октябрь 2019, 12:19

Бөрйәндең талантлы улы иҫтәлегенә

30 октябрҙә билдәле шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге район премияһы лауреаты Самат Мәһәҙей улы Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тула.

30 октябрҙә билдәле шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге район премияһы лауреаты Самат Мәһәҙей улы Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тула.
Ошо уңайҙан 30 октябрҙә Аҫҡар мәктәбендә “Уның хаҡында хәтер йәшәй икән, кеше лә йәшәй” тигән хәтер кисәһе үтә. Бынан тыш, район мәктәптәре уҡыусылары араһында “Самат Ғәбиҙуллин – тыуған төйәк йырсыһы” тигән конкурс ойошторола. Уның сиктәрендә иншалар бәйгеһе, “Күңелем бишеге” тигән шиғыр һөйләүселәр һәм һүрәт төшөрөүселәр конкурстары ҡаралған.
“Йырлаусы ҡылдар” тигән әҙәби-музыкаль фестиваль да талантлы райондашыбыҙ иҫтәлеген ҙурлай.
Мәғариф учреждениеларында әҙәби кисәләр, фестивалдәр, осрашыуҙар, әңгәмәләр, китап күргәҙмәләре, класс сәғәттәре, тематик дәрестәр һ.б. күҙаллана.
Бынан тыш, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың Самат Ғәбиҙуллинға арналған ижади эштәренең тупланмаһын сығарыу, “С. Ғәбиҙуллиндың юбилейына” тигән китапхана мөйөштәренә конкурс та планлаштырылған. Октябрь-ноябрь айҙарында шағирҙың Аҫҡар мәктәбе базаһындағы музейына экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Читайте нас: