Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Октябрь 2019, 13:10

Ҡурайынан айырылмаған

Сөләймән Сәйфулла улы Исламбай ауылында 1924 йылда тыуған. 10-сы класты Иҫке Собханғол мәктәбендә тамамлаған. Армияла офицерҙар мәктәбен уҡып бөтөп, 1941 йылда һуғышҡа алынған.

Редакцияға Аҫҡар ауылынан Мәжит Ғәлиуллин исемле ағай килеп, ҡурайсы Сөләймән Йомағужин тураһында бәйән итте.
Сөләймән Сәйфулла улы Исламбай ауылында 1924 йылда тыуған. 10-сы класты Иҫке Собханғол мәктәбендә тамамлаған. Армияла офицерҙар мәктәбен уҡып бөтөп, 1941 йылда һуғышҡа алынған.
- Күмәкләп, бөтә ауыл менән оҙатып ҡалдыҡ беҙ уны. Не знай инде, бик моңло егет. Моңлолар оҙаҡ йәшәмәй, тип әйткән боронғолар. Имен ҡайтырмы инде һуғыштан, тип уфтанышып ҡалғандар, - ти Яңы Һәйет ауылынан Нәбирә тигән апай.
Һуғыш ваҡытында ҡурайҙа уйнап, иптәштәренең кәйефен күтәреп йөрөүсе ҡурайсы була ул. Шунда уны кәртешкәгә төшөрөп алалар. Үҙенә лә бүләк итәләр.
Беренсе фотола курсант сағында. Ябай ғына һалдат кейемендә тора. Икенсе фотола Быҙаулыҡта офицерҙар курсында уҡыған сағы. Түшендә миҙалы ла бар (һүрәттә - ҡурай тотоп ултыра).
Сөләймән Йомағужин армиянан 1947 йылда ҡайта. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы була. Иҫке Собханғолда йәшәгән, кәләш алмаған. Һуғыш йәрәхәттәре (бомбаға эләгеп, контузия ала) уны был донъянан иртә алып китә. 1951 йылдарҙа ауырып китә, дауалау өсөн Өфөгә ебәрелә, әммә бер йылдан донъя менән бәхилләшә.
Беҙҙең туған, ауылдаш булғас, беҙ уны онотмайбыҙ. Атаһы Сәйфулла ике ҡатын алған булған. Шунан тағы өсөнсөһөн (беҙҙең әсәйҙе) алып ҡайтҡан. Беҙҙең әсәй ике балаһын ташлап ҡайтҡан да киткән ауылына. Шунан былар йәтим, үгәй әсәй менән ҡалғандар. Сөләймән ағай менән беҙҙең әсәй бер, атай башҡа. Әсәйемдең тәүге балаһы Ғәрифә (Сөләймән ағайҙың апаһы) 1921 йылдарҙағы аслыҡ заманында үлеп ҡалған.
Беҙ үҙебеҙ бишәү үҫтек. Һуғыштан ҡайтҡас беҙгә килде ағай. Үпкәләп: “Әсәй, нишләп беҙҙе ташлап ҡайттың. Бергә йәшәр инек бит инде хәҙер”, - тине.
Ул ваҡытта беҙҙең ағай ҡаты ауырып ята ине. Уға кеҫәһенән бер һары ғына дарыу сығарып бирҙе. Ағай ике көндән һуң шәбәйеп китте.
Сөләймән ағай таҡмаҡ, йырҙар сығарыуға бик әүәҫ булған.
Мөхәмәт Ҡәҙерғолов -Бөрйәнгә кейәү булып төшкән Баймаҡ районы егете. Ә Сөләймән Йомағужин үҙебеҙҙең Бөрйән башҡорто. Ҡурайсыларҙың аҡһаҡалы тип әйтһәң дә дөрөҫтөр. Хәҙерге заманда уны ишеткән йәки белгән кешеләр юҡ кимәлендә.
Үҙебеҙҙең Бөрйән кешеһенең дә исеме Мөхәмәт ағай Ҡәҙерғолов исеме янында яңғырарға тейештер, тип уйлайым. Мәҫәлән, Мөхәмәт ағай хөрмәтенә үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә уның да исемен телгә алыу бик мәслихәт булыр ине. Үткәндәрҙе, үлгәндәрҙе онотоу ярамай. Ул бит беҙҙең тарих, - тип һүҙен тамамланы Мәжит Зәйнулла улы.
Читайте нас: