Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Сентябрь 2019, 16:00

Шайморатов вариҫтары, ҡуҙғалығыҙ!

Мәғлүм булыуынса, республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында оло еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, һуғышта ҡатнашҡан үлемһеҙ һалдаттарҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында масштаблы сара – “Шайморатов вариҫтары” (“Шаймуратовцы”) халыҡ проекты старт алды.

Мәғлүм булыуынса, республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында оло еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, һуғышта ҡатнашҡан үлемһеҙ һалдаттарҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында масштаблы сара – “Шайморатов вариҫтары” (“Шаймуратовцы”) халыҡ проекты старт алды.
Ойоштороусылар – Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республика райондарының һәм ҡала округтарының хакимиәттәре, БР-ҙың Милли музейы, республиканың Хәрби дан музейы, йәмәғәт, ирекле һәм милли-мәҙәни ойошмалар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы СССР дәүләт оборона комитетының №894 ҡарары менән 1941 йылдың ноябре - 1942 йылдың мартында ойошторола. БАССР ресурстары ярҙамында комплектациялана һәм аттарға эйәр-өпсөн дә әҙерләнә. Тәүге составында 3823 кеше була. Башҡорттар – 81 %, татарҙар – 14,5 %, урыҫтар – 3,3 %, башҡа милләт вәкилдәре – 0,7 %. Яугирҙәр 275-се, 294-се, 313-сө кавалерия полктарына, 101-се атлы артиллерия дивизионына, 112-се айырым зенит батареяһына бүленә.
Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙәре 1942 йылдағы, 1943 йылдың башындағы аяуһыҙ һуғыштарҙа ил именлеге өсөн ҡорбан була.
Дебальцево станцияһы районындағы героик рейдта легендар генерал М.Шайморатов батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 78 яугиренә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5 һуғышсы “Дан” орденының тулы кавалеры була. Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында Дондан Эльбаға тиклем 4000 саҡырымдан ашыу яу юлы үтә, 100-ҙән ашыу ауыл-ҡаланы немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша, 3000-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын, 6 самолетты, 6000 автомашинаны юҡ итә.
Дивизияның тәүге составы яугирҙәре хаҡында биографик мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барылмаған. Бөгөнгә ҡәҙәр дивизияның тәүге 3823 яугиренең теҙмәһе (тулы исемлеге) юҡ.
“Шайморатов вариҫтары” акцияһының маҡсаты - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында тулыраҡ, күберәк мәғлүмәт йыйыу. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты кемдә ошо хаҡта мәғлүмәт бар (кешеләрҙең шәхси архивындамы, музей, мәктәп, ғаиләләрҙәме), шулар менән ихлас уртаҡлашырға саҡыра.
Һәр кем – кемгә үҙенең ошо данлыҡлы дивизия составында ҡатнашҡан туғаны хаҡында иҫтәлек мөһим, ҡәҙерле – шулар уның тураһында хәтернамә, биография, фотоһүрәт, тарихты беҙгә ебәрһен. Анкеталар социаль селтәрҙә “Бәйләнештә” (“В контакте”) – (страница Ҡоролтай, мероприятия – Шаймуратовцы, https ://vk. com /shaimyratov 120) ВКБ www. kurultay - ufa. ru. сайтында урынлашҡан.
Тултырылған анкеталарҙы түбәндәге адрестарға ебәреү кәрәк:
Электрон адресҡа: Shaimyratov 120@yandex. ru
Почта аша: 450015, г. Уфа, ул Революционная, 43, Всемирный курултай башкир (акция “Шаймуратовцы”).
Йыйылған материал нигеҙендә “ Шайморатовсылар - 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән биографик белешмә (китап) сығасаҡ. Бынан тыш проект сиктәрендә шайморатовсыларҙың кесе Ватанында яугирҙәр иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыласаҡ, мәктәп, музейҙарҙа улар хаҡында стендтар булдырыласаҡ, телерадиомарафондар үтәсәк.
Ойоштороусылар шулай уҡ республика буйлап авто һәм һыбай уҙыш үткәрергә, 9 Май байрамында “Үлемһеҙ полк” составында Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре вариҫтарынан айырым отряд булдырырға ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яҡын киләсәктә Өфөлә М.Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Совет майҙанының йөҙөн үҙгәртеү кәрәклекте июнь айында үткән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Фәрит улы нәҡ ошо майҙанға генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыр кәрәк, тине. Өфө ҡалаһы хакимиәте архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡҡа Ленин, Октябрь революцияһы, Цюрупа, Пушкин урамдарындағы кварталдарҙа планлаштырыу һәм сиктәр билдәләү проектын эшләргә ҡушты (Совет майҙаны аҫтында ер аҫты парковкаһы төҙөү өсөн). Ер аҫты парковкаһын ике ҡатлы итеп төҙөргә уйлайҙар, ә майҙандың өҫкө өлөшөндә М.Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, мөхтәрәм гәзит уҡыусыларыбыҙ! Республикала старт алған ошо акцияға ҡушылайыҡ: кемдә Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында бәләкәй генә булһа ла мәғлүмәт, фотоһүрәттәр, тарих һаҡлана – үрҙә әйтелгән адрестарға, “Таң” гәзитенә, беҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмгә яҙып ебәрегеҙ – һеҙҙең мәғлүмәттәр китапҡа инеп, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы, легендар яу юлы, улар хаҡында иҫтәлек мәңгеләштерелһен! Еңеүселәр, ҡаһарман яугирҙәр хаҡында иҫтәлектәр хәтеребеҙҙә, йөрәктә генә түгел, китапта ла һаҡланһын! Киләсәк быуындарға һабаҡ, иҫтәлек,Тыуған ил, тыныслыҡ хаҡына фиҙакәрлек, батырлыҡ өлгөһө булып!
Читайте нас: