“Быйыл мәктәпте тамамлауыбыҙға 60 йыл булып китте. Класыбыҙ бик татыу булды. Дәрестәрҙән тыш, күмәкләшеп төрлө эштәргә лә йөрөй торғайныҡ: ҡул бысҡыһы менән әрҙәнәләр бысып, мәктәпкә утын да әҙерләнек, биология уҡытыусыһы Клара Ғимат ҡыҙы етәкселегендә йәйҙәрен йәшелсә лә үҫтерҙек (беҙҙең класҡа помидор үҫтереү йөкмәтелә ине), райондың колхоздарына бесән дә эшләштек, иген елгәреп, Байназарға элеваторға ла алып бара инек, көҙҙәрен картуф та ҡаҙҙыҡ.
Был кәртешкә күптәрҙә юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер класташтарымдың да байтағы юҡ инде. Күп райондаштар “Таң”ды алдыра, исмаһам, гәзит аша үҙҙәрен, иҫән булмағандарының балалары ата-әсәләрен күреп ҡыуанырҙар ине,” – ти Ҡанифа Дәүләтбай ҡыҙы.
Фотоның артына унда төшөүселәрҙең һәр береһенең исем-шәрифе теркәлгән. Бына улар: 1-се рәт: Сәйетғәле Ғәлиуллин, Хәҙисә Бикҡолова, класс етәксеһе Венера Ғимат ҡыҙы Ихсанова, Рәис Шаһимырҙанов, Рәйсә Солтанбаева, Шәғәле Бикмөхәмәтов, Зәйтүнә Ишманова; 2-се рәт: Роза Сәлихова, Мәрфуға Хоҙайбирҙина, Сәлимә Ишкилдина, Лилиә Баймырҙина, Зәкиә Ураҙғолова, Зәйтүнә Ғилманова, Зәйтүнә Сафина, Ҡанифа Дауытова, Венера Байғужина; 3-сө рәт: Урал Фәйзуллин, Әхәт Йәмилев, Йыһанур Хоҙайғолов, Ғәле Әхмәтов, Азат Исхаҡов, Әмир Әминев. Хатта фотоға төшмәй ҡалыусыларҙың да исемдәре яҙып ҡуйылған: Марс Хәкимов, Вәкил Агишев, Вәхит Бикмәтов, Вәхит Юлъяҡшин.