Яугир-шағир Мәлих Харистың “Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил...” шиғырын йөрәгебеҙгә уйып, тормошобоҙ девизы итеп алһаҡ та яҙыҡ түгел – батырҙарын, халҡым тип йәнен-тәнен аямай көрәшкән ул-ҡыҙҙарын, тыныс тормошта хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәткәндәрен онотҡан, йәғни үткәнен белмәгән, бөгөнгөһөн барламаған, алдағыһын уйламаған халыҡтың киләсәге юҡ.
Шөкөр, хәтеребеҙ тере, күңелебеҙ уяу әле. 15 мартта Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда үткән яҡташыбыҙ, күренекле ғалим-фольклорсы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, академик, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөрйән районының Почетлы гражданины Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы үткән ҡәҙер һәм хәтер кисәһе – ошоға ныҡлы дәлил.