Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Февраль 2019, 16:21

Шәхестәр иҫтәлеге ҙурланды

Шәхестәрен күтәргән илдең киләсәге өмөтлө, тиҙәр. Үткән йомала район дауаханаһында ғүмерҙәрен халыҡ сәләмәтлегенә арнаған арҙаҡлы шәхестәргә - Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улына һәм Исхаҡов Нәжиб Сәхибзада улына таҡтаташтар асылды.

Шәхестәрен күтәргән илдең киләсәге өмөтлө, тиҙәр. Үткән йомала район дауаханаһы биләмәһендә үткән сара шуға ишара булды – Бөрйән ерлегендә тыуып, шул ергә тоғролоҡ һаҡлап, бар ғүмерен халыҡ сәләмәтлегенә арнаған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе - күренекле хирург, үҙ эшенең оҫтаһы, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булыусы СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улының һәм Бөрйән районында тыумаһа ла, ошо ергә ерегеп, уның халҡын, эшен ысын йөрәктән яратып башҡарған белгес, 30 йылдан артыҡ район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарған, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы һәм “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Исхаҡов Нәжиб Сәхибзада улының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ асылды.
Т. Баһауетдинова әҙерләгән мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең бөгөнгө һанынан уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: