Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Апрель 2018, 14:17

Һуңғы осрашыу

1969 йыл. Район үҙәгенә бер барғанымда мәҡәлә һәм шиғырҙарымды “Таң” гәзитенә биреү ниәте менән редакцияға юлландым. Ул саҡта шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин менән Хәсән Назаровтың гөрләтеп эшләп йөрөгән мәле. Бәләкәй генә бүлмәлә мине ҡаҡса йөҙлө, буйсан, йор һүҙле бер ағай йылы ҡаршыланы - ул Самат Ғәбиҙуллин ине.

1969 йыл. Район үҙәгенә бер барғанымда мәҡәлә һәм шиғырҙарымды “Таң” гәзитенә биреү ниәте менән редакцияға юлландым. Ул саҡта шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин менән Хәсән Назаровтың гөрләтеп эшләп йөрөгән мәле. Бәләкәй генә бүлмәлә мине ҡаҡса йөҙлө, буйсан, йор һүҙле бер ағай йылы ҡаршыланы - ул Самат Ғәбиҙуллин ине.

Беҙҙең осрашыу тәүгә булһа ла, йәнле һөйләшеүебеҙ шиғриәткә бәйләнде. Шул көндән алып беҙҙең дуҫлыҡ, ижади хеҙмәттәшлек башланды. Ил һағынан яҙған шиғырҙарым да гәзит биттәрендә йыш донъя күрҙе. “Таң” гәзитенең ул саҡтағы мөхәррире Абдулла ағай Юлмөхәмәтов редакцияға эшкә лә саҡырғайны. Ләкин миңә гәзиттә эшләргә тура килмәне.

“Таң” гәзитендә кемдәр үҙенең шиғырҙарын йә башҡа әҫәрҙәрен башлап баҫтырып, ижад юлына сыҡҡан, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың ярҙамын, кәңәштәрен тоймай ҡалмағандыр.

1997 йыл. Сасҡау февраль башы. Яҡташыбыҙ, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина Өфөнән Бөрйәнгә “Башҡортостан” телевидениеһына тапшырыу төшөрөү өсөн килгәндә “Таң” гәзите редакцияһында ла булырға өлгөрҙө. Уның килеүенә тура килтереп, Самат ағай саҡырыуы буйынса Айһылыу Ғарифуллина менән “Баҙал” ижади берекмәһе ойошторған шиғриәт кисәһенә барҙыҡ. Самат ағай сирләңкерәп торһа ла, йөҙөнә сығарманы, кәйефе күтәренке ине.

Редакцияла осрашыу йәнле үтте. Тәнзилә Дәүләтбирҙина телевидениеға тапшырыуын төшөрҙө, шағирҙарҙан Самат Ғәбиҙуллин, Айһылыу Ғарифуллина, Инсур Йәһүҙин, Булат Тимерғәлиев һәм ошо юлдарҙың авторы бер-бер артлы шиғырҙарын уҡыһа, Зөфәр Толомғужин менән Флүр Ғазин ижади пландары тураһында һөйләне.

Әҙәбиәт донъяһын үҙ иткән яҙыусы, шағирҙарыбыҙ ижад майҙанында һынатмай. Уларҙың күптәре байтаҡ китап сығарып та өлгөргән. Таңһылыу Ҡарамышева, Инсур Йәһүҙин, Иршат Теләүембәтов, Сөләймән Латыпов, мәрхүм Мөнир Ишбулатов, Зөһрә Үтәғолова, Миләүшә Ҡаһарманова, Айһылыу Ғарифуллина, Рәсүл Сәғитов,Флүр Ғазин, Зөфәр Толомғужин, Рәшит Зәйнуллин, Фәйрүзә Фәтҡуллиналар районыбыҙҙың әҙәби йөҙөн билдәләй.

Ошо авторҙар араһында 12 кеше Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар союзы ағзаһы.

Самат ағай теге осрашыуҙа, “Баҙал” берекмәһенең ағзаларына апрель, май айҙарында тағы ла осрашырға кәрәк, тигән теләк тә белдергәйне. Үкенескә күрә, аяуһыҙ әжәл ижадының сәскә атҡан мәлендә уны арабыҙҙан алып китте. Хәйер, китте тип әйтеп булмай, ул үҙенең йән арбар сихри моңло йырҙары, тыуған еренә арналған шиғырҙары менән күңелдәрҙә йәшәй.

Әгәр Самат Ғәбиҙуллин иҫән булһа, уға 80 йәш тулған булыр ине. районыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынын алған шағирҙарға заманында йылы һүҙ әйтеп, кәңәштәрен биргән шағир Самат Ғәбиҙуллиндың ярҙамсыл, кешелекле, кеселекле булыуы күптәргә билдәле. Район хакимиәтендә шағир Самат Ғәбиҙуллин премияһын булдырыу ҙа - уның хөрмәтенә оло баһа.


Рухташым Самат ағай Ғәбиҙуллиндың яҡты иҫтәлегенә

Бар йыһандың матурлығы

Күңеленә һыйған ине.

Сал имәндең һомғоллоғон

Буй-һынында тойған инем.

Һулышында – Ағиҙелдең

Сылтыр-сылтыр тын ағышы,

Һандуғаслы йәйге кистең,

Кәкүктәрҙең моң-һағышы.

Ҡарашында - киң даръяның

Икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре:

Уй-маҡсаты, киләсәге,

Яҡты ине кисерештәре.

Йор ҙа ине, йомарт ине,

Төшлөктә ине ҡояшы.

Арҡа терәр дуҫ та инең,

Серҙәш инең. Рухташым.

С. ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ.


Читайте нас: