Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Сентябрь 2017, 19:00

Данис Ғөбәйҙуллин исеме мәңгеләштерелде

Күптән түгел ике “Батырлыҡ ордены” кавалеры Ғөбәйҙуллин Данис Тимерйән улы иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Тимер мәктәбендә таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

Күптән түгел ике “Батырлыҡ ордены” кавалеры Ғөбәйҙуллин Данис Тимерйән улы иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Тимер мәктәбендә таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Сарала батырҙың туғандары, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Данис Тимерйән улы 1981 йылда Тимер ауылында, ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. 1988 йылда беренсе синыфҡа уҡырға барып, урта мәктәпте тамамлай. Спорт яғынан әүҙем була – шахмат ярыштарында, саңғы уҙышыуҙа һәм милли көрәштә алдынғылыҡты бирмәй.


Мәктәпте тамамлағас 1988 йылда Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағас, 2001 йылда ир-егеттәрҙең ватан алдындағы изге бурысын үтәргә әрме сафына алынып, Рәсәй Оборона министрлығының разведка бүлегенең спецназына хеҙмәт итергә ебәрелә. 2002 йылда Төнъяҡ Кавказ регионына ебәрелә. Чечен Республикаһында уҙған хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлығы өсөн ике тапҡыр “Батырлыҡ ордены” менән наградлана.
(мәҡәләне тулыһынса "Таң"дың киләһе һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас: