Бөтә яңылыҡтар

БӨРЙӘН РАЙОНЫНДА БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 75 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТӨП САРАЛАР

Хөрмәтле ауылдаштар һәм Бөрйән районы халҡы!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндәрҙә һәм илебеҙҙә, шулай уҡ тотош донъяла күҙәтелгән эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле, зинһар өсөн өйҙә ҡалығыҙ! Планда билдәләнгән барлыҡ саралар райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан тамашасыларһыҙ үткәреләсәк. Сараларға барыуҙан тыйылып тороуҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүҙе һорайбыҙ. Барлыҡ саралар ҙа онлайн-режимда үтә. Сараларҙың нисек уҙыуы тураһында мәғлүмәттәр гәзитебеҙ сайтында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ, гәзиттә донъя күрәсәк.

Ихтирам менән, "Таң" гәзите редакцияһы.


4-9 МАЙ





Нимә: Бөтә Рәсәй #Георгий таҫмаһы акцияһы.

Ентеклерәк: Бөйөк Ватан һуғышына арналған, йыл һайын үтә торған иҫтәлекле акция Башҡортостандың ҡала һәм райондарында бара. Активистар иҫтәлек һәм хәтер көнө алдынан, көн кискә ауышҡас, меңәрләгән Георгий ленталары һәм шәмдәр таратасаҡ.


5-8 МАЙ


Нимә: Оn-line форматта "Үлемһеҙ полк" акцияһы.

Ентеклерәк: Проектта ҡатнашыу өсөн:

1. Сайттарҙың береһенә түбәндәге һылтанмалар буйынса инергә:
https://2020.polkrf.ru
http://polk.press
http://aif.ru
"Вконтакте"йәки "Одноклассники" социаль селтәрҙәрендә - miniapp бүлегенә
https://sber9may.ru
2. Социаль селтәр аша раҫланырға (ВКонтакте, Одноклассники йәки Facebook соцселтәрҙәре аккаунты аша инергә була)
3. Фотографияны урынлаштырырға (фотола һеҙҙең ветеран булырға тейеш, янында башҡа кешеләр булыуы рөхсәт ителмәй, фото ҡырын йә баштүбән тормаһын, ниндәйҙер рамкалар һәм яҙыуҙар булмаһын)
4. Яҡынығыҙ тураһында кәрәкле мәғлүмәтте тултырырға, талаптарға ярашлы итеп фотоны урынлаштырырға.

8 МАЙ

Нимә: Онлайн - концерт.

Ҡайҙа: Иҫке Собханғол ауылы.

Ҡасан: 09:00 - 13:00 сәғ.

Ентеклерәк: Район мәҙәниәт йорто һәм мәҙәни-ял учреждениелары хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең музыкаль номерҙарын күрһәтәсәк. Концертты ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/rdkburzyan (Район мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмө).

9 МАЙ


Нимә: Һәйкәл һәм обелискыларға тантаналы рәүештә сәскәләр, веноктар һалыу, митинг.

Ҡайҙа: Иҫке Собханғол ауылы, батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә арналған һәйкәл.

Ҡасан: 10:00 сәғ.

Ентеклерәк: райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә арналған һәйкәлгә тамашасыларһыҙ ғына сәскәләр, веноктар һаласаҡ. Сараларға барыуҙан тыйылып тороуығыҙҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ.


Нимә: Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә Автопробег.

Ҡайҙа: Иҫке Собханғол ауылы.


Ҡасан: 09:00-09:55 сәғ.

Ентеклерәк: Район үҙәге урамдары буйлап ветерандарҙың фотоһүрәттәрен тотоп, музыка уйнатып техника менән үтеү. Урамға сығыуҙан тыйылып тороуығыҙҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Сара «Таң» гәзите сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ.


Нимә: “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы, күмәкләп "Еңеү көнө" йырын башҡарыу.

Ҡасан: 19:00 сәғ.

Ентеклерәк: "Бер минут тынлыҡ"ҡа барлыҡ эфирҙар туҡтала. Шунан һуң һәр кемгә үҙҙәренең яугир атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп балконға йә тышҡа сығырға һәм "Еңеү көнө" йырын башҡарырға тәҡдим ителәсәк.


Нимә: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто алдында Байрам акцияһы.

Ҡайҙа: Иҫке Собханғол ауылы.

Ҡасан: 11:00-12:00 сәғ.

Ентеклерәк: Ағастар һәм үҫемлектәр ултыртыу райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан эпидемиологик сара ҡағиҙәләрен теүәл үтәп башҡарыласаҡ. Үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Сара «Таң» гәзите сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ.

Нимә: Байрам Салюты.

Ҡасан: 22:00 сәғ.

Ҡайҙа: Иҫке Собханғол ауылы.

Ентеклерәк: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Байрам солютында халыҡ социаль селтәрҙәрҙә онлайн ҡатнаша. Үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Сара «Таң» гәзите сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ.



Нимә: "Еңеү фонариктары" Дөйөм Рәсәй акцияһы.

Ҡасан: 23.45 сәғ.

Ентеклерәк: 23:45 сәғәттә кешеләр "фонариктар" - майшәмдәр, көнкүреш фонарҙары, телефон яҡтылығы тотоп, балконға/тышҡа сыға, йә тәҙрә янына баҫа. Сараның маҡсаты - "Үлемһеҙ полк" менән урам буйлап йөрөй алмаған саҡта берҙәмлекте тойоу һәм күрһәтеү.


Читайте нас в