Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август , 12:35

Кассир ханымды 3 миллион ярымға “ултыртҡандар”...

Башҡортостанда ағымдағы аҙнаның дүшәмбеһендә генә лә полицияға 33 кеше мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Дөйөм зыян – 7 миллион һум. Үткән аҙнаның йомаһында, бер көндә генә, шулай уҡ 33 кеше мөрәжәғәт иткән, ә зыян 18 миллион һум тәшкил иткән. Бурҙарҙың яңы ҡорбандарының береһе – Өфөнән мәктәп секретаршаһы...

Кассир ханымды 3 миллион ярымға “ултыртҡандар”...
Кассир ханымды 3 миллион ярымға “ултыртҡандар”...

Бурҙарҙың яңы ҡорбандарының береһе – Өфөнән мәктәп секретаршаһы.

Уны директорының яһалма аккаунты ярҙамында төп башына ултыртҡандар. Секретарша, һөҙөмтәлә, банкка 1 миллион һум бурыслы булып ҡалған.

Туймазы районынан кассир ҡатын, аҡсаларын бик уңышлы ғына һалып, инвестицияла тағы ла ҙурыраҡ аҡса эшләргә теләп,  2 миллион 500 мең һум кредит алған. Йәнә 1 миллион һумды кассирша туғандарынан һәм таныштарынан бурысҡа алып ҡушҡан. Һөҙөмтәлә, өс миллион ярымға бурыслы булып ҡалған. Өҫтәүенә, банктың проценттары ла ҡушыласаҡ...

Ишембай районында йәшәүсе интернетта “лайктар” менән аҡса эшләрәгә маташҡан. Тик... 600 мең һумын юғалтҡан.

Ул мессенджерҙағы, махсус проекттар ҡатнашып, яңы отелдәргә баһа биргән өсөн аҡса алырға мөмкин, тигән хәбәргә ышанған...

Хөрмәтле дуҫтар! Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ – һеҙгә бер кем дә буш аҡса тоттормаясаҡ, һеҙҙең матди хәлегеҙ яҡшыраҡ булһын өсөн тырышмаясаҡ. Былар барыһы ла алдыҡ юл менән байырға теләүселәрҙең буш хәбәрҙәре. Ышанмағыҙ!

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: