Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июнь , 17:05

Уртаса эш хаҡы күпме?

Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды.

Уртаса эш хаҡы күпме?
Уртаса эш хаҡы күпме?

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2024 йылдың беренсе кварталында уртаса айлыҡ номиналь иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы яҡынса 61 317 һум тәшкил иткән. Был уҙған йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Быйыл мартта уртаса эш хаҡы 67 183 һумға еткән, был иһә 2023 йылдың мартына ҡарағанда 24,4 процентҡа юғарыраҡ. Өҫтәүенә реаль иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы 11,8 һәм 16 процентҡа артҡан.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-06-13/v-bashkirii-nazvali-srednyuyu-zarplatu-3808425

Автор:
Читайте нас: