Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март , 08:40

Аҡса бурҙары тоҙағына 40 йәшлек табип та эләккән

Телефон аша аҡса урлаусылар тоҙағына 40 йәшлек табип та эләккән. Стоматология клиникаһы табибы интернетте бер ҡыҙ менән танышҡандан һуң, уға биржала сауҙа менән булышып аҡса эшләргә тәҡдим яһала.

Аҡса бурҙары тоҙағына 40 йәшлек табип та эләккән
Аҡса бурҙары тоҙағына 40 йәшлек табип та эләккән

Ҡыҙ ирҙе “белгестәр” менән бәйләнешкә индерә. Улар, үҙ сиратында, иргә махсус сайтта шәхси кабинет эшләргә ярҙам итә һәм тәүгә иғәнә итеп 50 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген әйтә. Бынан һуң “иғәнәләр” артҡандан-арта бара. Бары тик бурҙарға 700 мең һум аҡса күсергәс кенә табип үҙенең бурҙар ҡорбаны булғанлығын аңлап ҡала.

Икенсе схема буйынса аферистар Башҡортостанда йәшәүсе ике ханымды төп башына ултыртҡан. Йәнәһе лә, яҡындары юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны, тип, улар өсөн аҡса күсерергә кәрәклегенә ышандыралар. Был ханымдар эш үткәс кенә үҙҙәренең бурҙар ҡорбаны булғанын аңлап ҡалалар.

Бөтә был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса (“Мошенничество”) енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле дуҫтар! Телефон аша эш итеүсе бурҙарҙың таҫма телдәренә ышанмағыҙ. Ят номерҙарҙан шылтыратыусыларға яуап бирмәгеҙ, алһағыҙ, тиҙерәк һөйләшеүҙән баш тартырға тырышығыҙ. Хәләл аҡсаларығыҙ менән бурҙарҙы ҡыуандырмағыҙ!

“Молодежная газета” мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: