Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ноябрь 2023, 11:45

Йәшәү минимумы арта

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәр өсөн йәшәү минимумының яңы дәүмәле билдәләнде.

Йәшәү минимумы арта
Йәшәү минимумы арта

Документҡа ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәү минимумы 13 753 һумға еткерелә (хәҙер — 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум, пенсионерҙар өсөн — 12 530 һум (+540 һум), балалар өсөн 13 340 һум (+1069 һум) була. Ошо күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-08/s-yanvarya-2024-goda-razmer-prozhitochnogo-minimuma-na-dushu-naseleniya-v-bashkirii-sostavit-13-753-rublya-3511326

Автор:
Читайте нас: