-2 °С
Болотло
- Ауылыбыҙҙың уңғандары был саранан да ситтә ҡалманы: берәүҙәре һөт эшкәртеп, ҡорот, май, ҡаймаҡ, эремсектәр эшләп алып килһә, икенселәре тәмле бәлеш, майикмәк, бауырһаҡтар бешереп, һатыуға алып сыҡҡан.
Ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнеүселәргә йылы йөн ойоҡ, бейәләйҙәр ҙә тәҡдим ителде. Хатта һатыуға ҡуйылған селек һеперткеләр ҙә үҙ хужаларын тапты.
Ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Донъяғыҙ теүәл, тормошоғоҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бәрәкәтле мул тормошта бәхетле йәшәгеҙ! – тип хәбәр итәләр Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.